ТЫУҒАН ЯҠТЫҢ ТУҒАН ИНСТИТУТЫ

Ниндәй ҙә булһа берәй анкета тултырғанда "образование" графаһына "высшее", тип яҙған ваҡытта, ҡыҫҡа ғына мәлгә булһа ла үҙең өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уяна. Шулай булмай һуң, ғүмереңдең дәртле, мөхәббәтле йәш сағының биш йыл ваҡыты, альмаматерың урынлашҡан ҡаланың тулы хоҡуҡлы, теркәлгән гражданы булып йәшәгән саҡтар иҫкә төшөп өлгөрә шул мәлдә. Был ғынамы ни, йөҙәрләгән зачеттар, имтихандар биреү, рефераттар, курс эштәре, диплом яҙыу, йә дәүләт имтихандары биреү ҙә хәтерҙе телеп үтә. Курсташтарыңдың, төркөмдәштәреңдең һәм, әлбиттә, уҡытыусыларыңдың таныш йөҙҙәре күҙ алдына килә. Сибай институтының вазифалы шәхестәре - иҡтисад фәндәре докторы, иҡтисад факультеты деканы Әҙеһәм Әғзәм улы БАРЛЫБАЕВ һәм биология фәндәре докторы, тәбиғи-математика факультеты деканы Илгиз Вәрис улы ҺӨЙӨНДӨКОВ менән һөйләшкән ваҡытта ана шул илаһи мәл тәмен тағы бер тапҡыр татығандай булдым.

Таныш булмаған кеше менән осрашҡанда иң тәүҙә уның сығышы ҡыҙыҡһындыра, ҡайҙа тыуып үҫкәне, ниндәй һөнәр эйәһе булыуы ла ҡыҙыҡ. Үҙегеҙҙең тормош юлығыҙ тураһында ҡыҫҡаса ғына һөйләп үтһәгеҙ ине?

Әҙеһәм Әғзәм улы:
Мин Баймаҡ районы Йомаш ауылында тыуғанмын. Урта мәктәпте бөтөрөп, бер йыл колхозда эшләгәс, 1976 йылда Башҡорт дәүләт университетының география факультетына уҡырға индем. Ул осорҙа бөтә юғары уҡыу йорттарында политэкономия фән булараҡ уҡытыла торғайны. Уҡытыусылар етешмәгәнлектән, Мәғариф министрлығының махсус йүнәлтмәһе буйынса Ростов дәүләт университетына уҡырға ебәрҙеләр. Политэкономияны һайлауымдың сәбәбе бар: ағайым - Хәлил Әүбәкир улы Барлыбаевтың Мәскәүҙә Ломоносов университетын тамамлап, аспирантураны бөтөп, Өфөгә ҡайтҡан ваҡыты ине. Уның менән дә кәңәшләштем: иҡтисадсы булыу тормошта ышаныслы йәшәү өсөн киңерәк мөмкинлектәр биреүен аңлатты. Биш йыл Ростовта уҡығандан һуң йүнәлтмә буйынса Өфө авиация институтына уҡытырға ҡайттым. Декан: "Ниңә өйләнмәнең, исмаһам, ике иҡтисадсы булыр ине",- ти, сөнки бында ике уҡытыусы кәрәк икән. Өс йыл эшләнем. Өфөлә йәшәү шарттары ул ваҡытта ауыр ине. Минән һуң уҡып ҡайтҡан иптәшем Стәрлетамаҡ педагогия институтына эшкә төшкәйне, ул бында йәшәү шарттары һәйбәтерәк, бер нисә йылда фатир алып була, тип ҡыҙыҡһындырҙы. Баҡһаң, ул унда һөйләшеп тә бөткән, эшкә саҡырып, хат килде.
Ул мәлдә ғаиләле инем, балабыҙ бар. Өр-яңы ятаҡтан матур ғына бүлмә бирҙеләр. Йәштәргә күп кәрәкме ни, күтәрелеп күсеп тә килдек. Стәрлетамаҡ институтында ун йыл эшләнем, фән кандидатлығына диссертация яҡлап, доцент вазифаһына эйә булдым, белгес булараҡ формалаштым. Институттың профком рәйесе итеп һайланылар. Башкөллө эшкә сумып, иркенләп эшләп йөрөгәндә, Сибайҙа институт асыла, иҡтисад факультеты була, тигән хәбәрҙәр ишетелә башланы, саҡырыуҙар булды. Күптән инде үҙебеҙҙең тыуған яҡта иҡтисад факультеты асыу хыялым бар ине. Көтәм дә көтәм, шунан 1993 йылда Сибайҙа юриспруденция буйынса факультет асыу тураһында Хөкүмәттең ҡарары сыҡты. Башҡорт дәүләт педагогия институтының филиалы асылып, киңәйеп бара, әлегә иҡтисад йүнәлеше юҡ ине. Хоҡуҡ йүнәлеше асылғас, бер йылдан һуң Башҡортостанда менеджмент һәм идара итеү буйынса тәүге факультет асылды. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында өс йүнәлеш булдырылды: хоҡуҡ, бухгалтер иҫәбе һәм анализ, менеджмент һәм идара итеү. Башҡорт дәүләт университеты ректоры Рәғиб Насретдин улы Ғимаевтан Сибайҙа иҡтисад буйынса кадрҙар кәрәкме-юҡмы икәнен белешеп шылтыраттым. "Алабыҙ-алабыҙ, - тип, ҡыуанып китте ул, - Сибай яғына ҡайтһағыҙ, институттың директоры Ирек Сабир улы Сабировты күреп һөйләшегеҙ". Был ваҡытта ҡатыным Мәскәүҙә аспирантурала уҡый ине (Беҙ Ростов университетында таныштыҡ, ул ике курсҡа түбән уҡыны). Бер юлы иҡтисад фәне буйынса ике белгес булыуы бик отошло булғандыр, күрәһең. Отпуск ваҡытында ауылға ҡайтҡанда, Сибайға килеп, Ирек Сабир улын күрҙем. Ул мине юл кейемендә килеш Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтовҡа таныштырырға алып барҙы. Шулай итеп, сентябрҙә Сибайға күсеп килдек. 1994 йылдан бирле, Аллаһы Тәғәлә мөмкинлектәрен биреп торғас, айырым факультет төҙөү маҡсатын тормошҡа ашыра башланым. Фән докторына диссертацияны бында эшләгәндә яҡланым. Ике улыбыҙ ҙа иҡтисад фәне кандидаттары: өлкәне - Башҡорт дәүләт университетында доцент, бәләкәйе - финанс академияһының филиалында эшләй. Ике улыбыҙҙан икешәр ейән - ҡыҙҙарҙан беҙҙә килендәр генә.
Илгиз Вәрис улы: 1976 йылда Әбйәлил районы Яңы Балапан ауылында тыуғанмын. Күбәләк ырыуы вәкилемен. Ғаиләлә биш бала үҫтек: дүрт малай һәм бер ҡыҙ, малайҙарҙан мин иң өлкәне. Урта мәктәпте 1993 йылда ауылда тамамланым. Беҙ ауылыбыҙҙа асылған урта мәктәптең икенсе сығарылышы (ете ҡыҙ һәм ете малай), беҙгә тиклем һигеҙ йыллыҡ мәктәп ине. Сағыштырып ҡарайым да, ул ваҡытта белем биреү бик төплө булған икән, тигән фекергә киләм. Юғары белем алыу буй етмәҫлек хыял тойолғас, бөтә фәндәрҙән дә тырыштым, сөнки һуңғы мәлгә тиклем ҡайҙа уҡырға барырымды белмәнем. Уҡыуҙы гел "биш"кә бөттөм. Математик, математик бул, ти, филолог артабан тел буйынса уҡыуымды теләй, биолог биологияға өгөтләй. Төрлөсә уйланым, Өфөгә лә барып килдем. Бер мәл Сибай институтынан уҡырға саҡырып килделәр. Тағы уйланам, Сибайҙа минең туғандар күп, сөнки әсәйем ошо яҡтан, уҡыу йорто ла сағыштырмаса алыҫ түгел. Ни булһа ла булыр, тип, йыйынып сығып киттек. Класташтарымдың икеһе документтарын физкультура бүлегенә тапшырҙы, мин биология-физкультура һәм биология-география буйынса бирҙем. Уҡырға инеү өсөн дүртәр имтихан тапшырырға кәрәк. Тырышлығым бушҡа булманы, конкурс ҙур булһа ла (бер урынға ете-һигеҙ кеше), балдар һаны буйынса икеһенә лә үттем. Абитуриенттар күп, бюджет урындары аҙ. Сәфәрғәли Искәндәр улы Йәнтүрин: "Илгиз, һайла, кемдеңдер урынын тотоп тораһың", - ти. "Икеһендә лә бер юлы уҡып булмаймы?" тип ныҡышам. Булмай, ти. Биология-география специальносын һайланым.
Биологияны һайлауымдың тағы бер сәбәбе бар: атайым агроном булды, бәләкәй саҡтан уның эшен күреп-белеп үҫтем, агрономия буйынса китаптарын уҡый торғайным, емеш ағастарына прививкалар эшләй, йәшелсә үҫтерә белә инем, сөнки ауыл кешеһе тәбиғәткә яҡын бит. Уҡыуҙы Ҡыҙыл дипломға тамамлап, Сибайҙың йәш натуралистар станцияһына эшкә урынлаштым. Башта уҡ Сәфәрғәли Искәндәр улы лаборант итеп институтҡа саҡырғайны, юҡ, уҡып арыным, хәҙер эшләйем, тинем. 1998 йылда өсөнсө курста ғына уҡып йөрөгән Йылайыр ҡыҙына өйләндем. Ауылға ла ҡайтҡы килә, әммә ҡатыным уҡып бөтмәйенсә, Сибайҙы ташлап булмай, шулай ҡалырға тура килде. Бер-ике ай эшләгәйнем, институтҡа тағы эшкә саҡырҙылар һәм ноябрь айында институтҡа күсеп килгәндән алып егерме өс йыл ошонда эшләйем. Ғаиләбеҙҙә дүрт малай ҙа бер ҡыҙ. Өлкән улыбыҙ Сибай институтын программист һөнәре буйынса тамамланы, икенсеһе - ун берҙе бөттө, өсөнсөбөҙ - туғыҙҙы, ҡыҙыбыҙ Алтынай бишенсе класты бөттө, ун бер айлыҡ Дауытыбыҙ әсәһе менән өйҙә.
Әҙеһәм Әғзәм улы: Иҫләйһегеҙҙер, туҡһанынсы йылдар аҙағында Сибай институтына фән өлкәһен күтәреү өсөн Өфөнән күп уҡытыусылар килде. Шул осорҙа биология фәндәре докторы, профессор Фәнғәт Хамат улы Хәзиев: "Биология фәне үҙәге хәҙер Сибайға күсте", - тине хатта. Биология буйынса республикала ете-һигеҙ кеше диссертация яҡлаһа, уның күбеһе Сибай институты уҡыусылары ине. Шулай булды бер ваҡыт.
Илгиз Вәрис улы: Мин институтта лаборант булып эш башланым. 1999 йылда биология фәндәре докторы Майя Мөнир ҡыҙы Ишморатова тема биреп, фән юлында эш башларға тәҡдим итте. Тәү тапҡыр студенттар менән Ирәмәлгә ялан миҙгеленә (полевой сезон) барҙыҡ. 2002 йылда Ҡыҙыл китапҡа ингән орхидеяларҙың биологияһын өйрәнеү буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланым. Был бик ҡыҙыҡ тема, орхидеяларҙы бер күргән кеше уларҙы онота алмай, ғашиҡ була һәм мөхәббәте һүрелмәй. Әле яңы ғына студенттарыбыҙ менән Ирәмәлдәге орхидеяларҙы күреп ҡыуанып, илһамланып ҡайттыҡ. Иң йәш фән кандидаттарының береһе инем - егерме алты ғына йәш ине ул ваҡытта. Ваҡыт үтә бара, орхидеяларҙы артабан өйрәнеп, материалдар туплап, 2014 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡланым һәм 36 йәштә фән докторы булдым. 2011 йылдан алып факультет деканы вазифаһын башҡарам.

Һеҙ ғалим ғына түгел, етәкселәр ҙә. Ошо ике дәрәжә, ике вазифаны нисек яраштырып йәшәйһегеҙ?

Әҙеһәм Әғзәм улы:
Әлбиттә, административ эш ғилми эшкә ҡамасаулай. Тынғыһыҙ эш. Бөтә студенттар өсөн дә яуаплы булырға, уларҙың проблемаларын хәл итергә кәрәк. Ваҡытты, көстө күп ала, фәнгә ваҡыт тарая, ләкин кемдер был эште лә башҡарырға тейеш. Шунһыҙ, факультетты ҡулда тотоп үҫтермәһәң, артабан Сибай институтында фән үҫешенең киләсәге лә икеле. Йәштәрҙе үҫтереү буйынса декан булғас, кемдәрҙең киләсәктә ниндәй ғалим булырлыҡ перспективаһы бар икәнен күреп беләһең. Әлеге ваҡытта факультетта эшләгән уҡытыусыларҙың күпселеге үҙемдең уҡытҡан студенттарым, миндә кандидатлыҡ, докторлыҡ яҡланылар, шулар менән ғилми мәктәп барлыҡҡа килде. Был ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо уята, күп кешеләргә ундай бәхет эләкмәй. Факультетты юҡтан бар итеү, фәнни мәктәп булдырыу, минеңсә, ҙур ҡаҙаныш. Ике уҡыусымдың береһе фән буйынса, икенсеһе уҡытыу буйынса директор урынбаҫарҙары икән, был емешле эш һөҙөмтәһе.
Илгиз Вәрис улы: Ысынлап та, декан эше энергияны, ваҡытты күп ала, студенттар менән дә, уҡытыусылар менән дә эшләргә кәрәк. Коллектив декан итеп таный икән, булдырабыҙ икән, эшләйбеҙ. Тәртип һәйбәт булғас, бында һәр кем үҙ вазифаһы өсөн яуап бирә, шуға артыҡ ауырлығын тоймайым.

Һуңғы осорҙа ниңәлер эшсе һөнәрҙәрен беренсе урынға ҡуя башланылар. Йәнәһе, экскаваторҙа эшләһәң, аҡсаны көрәп аласаҡһың. Минең бер танышым заводта К-700 тракторында эшләй. Юғары белемле йәш мастер, "Эй, һин", тип кенә өндәшә, тип асыулана. Йәнәһе, юғары белеме булғас, үҙен өҫтөн ҡуя. Юғары белем өҫтөнлөкмө, әллә...

Әҙеһәм Әғзәм улы:
Ынтылыштан тора бөтөн нәмә. Бына минең К-700 тракторында эшләгән бер класташымды өрмәгән ергә ултыртмайҙар, хатта күрше райондарҙан килеп, ҙур тракторҙы ремонтлауға алып ҡайталар, сөнки был һөнәр кешеләре хәҙер бик һирәк. Ул миңә: "Кеше менән эшләүе ҡыйын бит ул, профессор булһаң да, һиңә анауындай ҙур урында эшләүе ауырҙыр инде", - ти. "Һәр кем үҙ йүнәлешендә, мәҫәлән, бына һин К-700 буйынса профессор, мин үҙ йүнәлешемдә профессормын", тим. Кеше юғары белем аламы-алмаймы, үҙ йүнәлешендәге ынтылышы менән, һөнәренә тоғро ҡалып, үҙен-үҙе үҫтерә икән, минең өсөн ул да профессор. Ундай кешеләрҙе табыу ҡыйын бөгөнгө көндә. Юғары белем алыуға ынтылыуға килгәндә, был проблема бер күтәрелеп китә, бер төшөп китә. Мәҫәлән, беҙ мәктәпте бөткән ваҡытта шундай традиция булды: бөтөн класс менән ауылда ҡалабыҙ. Ауылда ҡалыу ул осорҙа ҙур мәртәбә һаналды. Әлбиттә, институтта уҡығандар булды, ләкин улар һирәк ине, юғары белемлеләргә һирәк кешегә ҡараған кеүек ҡаранылар. 90-сы йылдарҙа вуздарға ынтылыу күбәйеп китте. Мәҫәлән, беҙҙең факультетта өс йүнәлеш буйынса өс төркөм булды, өсөһөнә лә ҙур конкурс аша үткәреп ала инек, уҡыу йылы алдынан ажиотаж башлана торғайны. Аптырағас, түләүле уҡыу төркөмдәре асырға тигән яңы закон сыҡты. Түләүлене асҡайныҡ, һәр йүнәлештән тағы өсәр төркөм йыя башланыҡ, юғары белем алырға теләүселәр бик күп ине, институт гөрләп торҙо.
Әлбиттә, бюджетта уҡығандар менән түләп уҡығандарҙың араһында белем кимәленең айырмаһы булды: шулай булған һәм буласаҡ. Әммә белемгә ынтылғандарға бик һәйбәт мөмкинлек бар ине: конкурстан үтмәй, түләүлегә инеп, яҡшы уҡыһаң, бюджетҡа күсеп була торғайны. Күп һәләтле студенттар ошо мөмкинлекте файҙаланды. Институт тарихында шундай матур ваҡыт булды. Һуңынан демография хәле насарайып киткәс, ауыл мәктәптәрендә сығарылыш класс уҡыусылары һаны кәмене, балалар булмау сәбәпле, мәктәптәр ябылды. Ошондай шарттарҙа, әлбиттә, институтты һаҡлап ҡалғы килә. Берҙәм дәүләт имтихандары индереү ҙә ҙур хата булды, сығарылыш класс уҡыусылары документтарын үҙәктәге ҙур вуздарға тапшыра башланы. Етмәһә, уҡытыусыларҙың эш һөҙөмтәһен дә уҡыусыларының престижлы уҡыу йорттарына инеүенә ҡарап баһалай башланылар. Балалары Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, йә Екатеринбургта уҡый икән, уҡытыусы шәп, яҡында, Сибайҙа уҡый икән, хөрт булып сыға. Институтыбыҙға был насар йоғонто яһаны, хатта үҙебеҙҙең Сибай мәктәптәре, күрше район мәктәптәре Сибай институтына инеүҙе вузға инеүгә тиң түгел һымаҡ күрә башланылар, һөҙөмтәлә абитуриенттар һаны ҡырҡа кәмене. Беҙҙең факультетта, мәҫәлән, түләүле урындар ғына ҡалды, килгән абитуриенттарҙың белем кимәле күпкә төштө, ләкин беҙгә уҡырға ингәндәр өсөн, башҡа вуздарға ҡарағанда, өҫтөнлөгөбөҙ бар: һәр студент күҙ уңында, уҡытыусыларыбыҙ улар менән үҙ балаһылай күреп шөғөлләнә. Шул арҡала белгестәр әҙерләүҙе кәрәкле кимәлдә тотабыҙ. Сағыштырмаса кимәлебеҙ насар түгел, бәлки, һәйбәтерәктер ҙә әле, сөнки беҙ ҙур бер ғаилә һымаҡбыҙ. Һәр факультетты күршеләш айырым бер ғаилә тип ҡабул итергә була. Ошондай мөхиттең файҙаһын аңлаған ата-әсәләр балаларын беҙгә ышанып тапшыра, беҙ шул ышанысты аҡлар өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалабыҙ, һәйбәт белгестәр әҙерләп сығарырға тырышабыҙ, ҙур юғары уҡыу йорттарының бындай мөмкинлектәре юҡ. Быны аңлаған ата-әсәләргә рәхмәт, был беҙҙең көслө, башҡаларҙан ныҡ айырып торған ыңғай яғыбыҙ. Ҙур вузға ингән студенттың мөмкинлектәре киңерәк, тип әйтеп булмай, хәҙер бит цифрлаштырыу дәүере, берәй төпкөл ауылда йәшәп тә, цивилизацияның бөтөн яңылыҡтарын белергә мөмкин.
Тағы бер үҙенсәлекле яғыбыҙ бар: студенттарыбыҙ, башҡа юғары уҡыу йорттарына ҡарағанда, конкурстарҙа, конференцияларҙа ҡатнашып, төрлө яҡҡа күберәк йөрөйҙәр, уларҙың тормошо ҡайнап тора, ә ҙур вуздарҙа улай һәр студентҡа иғтибар еткереп булмай. Беҙ иһә, студенттарыбыҙ аҙыраҡ булғас, уларҙы тартабыҙ, этәбеҙ, ҡайһы берҙәре уҡыу осоронда төрлө сараларҙа ҡатнашып, институт иҫәбенә Рәсәйҙе урап сығалар.
Илгиз Вәрис улы: Бер яҡтан, ысынлап та бөтәһенең юғары белем алыуы дөрөҫ тә түгелдер, шул уҡ ваҡытта бөтәһе лә урта белемле булыу ҙа дөрөҫлөккә тап килмәй. Хәҙерге заманды мәғлүмәт быуаты, белемлеләр заманы, тибеҙ. Юғары белемдең файҙаһы нимәлә? Әлеге лә баяғы тракторист, сварщиктар айына илле мең эшләһә, юғары квалификациялы программистар айына яртышар миллион эшләй ала. Әлбиттә, кеше ниндәй генә һөнәр эйәһе булмаһын, эшен яратырға тейеш. Хатта урам һепереүсе булһа ла, кеше үҙ эшен яратып эшләргә, ынтылырға, үҙ эшендә профессиональ кимәлгә күтәрелергә тейеш. Әлбиттә, эш хаҡын да инҡар итеп булмай, сөнки кеше уҡымай ҙа аҡса эшләй алам, тип уйларға тейеш түгел, ҡайҙа эшләһә лә, ул бит үҙ һаулығы менән түләй, был яҡты ла оноторға ярамай.
Юғары белемгә килгәндә, эш булмаҫ, тип ҡурҡырға ярамай. Бына, мәҫәлән, биологтар кәрәкмәй, тиҙәр. Юҡ, киреһенсә, экологик проблемалар, иҡтисади көрсөктәр ваҡытында биологтар бик кәрәк. Әле күп нәмәләр өйрәнелмәгән, үҫемлектәр төрҙәрҙәренә инвентаризация бөтмәгән, яңы төрҙәр асыла, ә белгестәр етешмәй. Һанай китһәң, тәбиғәт ресурстарын файҙаланыу өсөн үҫемлектәр буйынса юғары белемле флористар етешмәй, зоологтар кәрәк. Ваҡытында халыҡтың һорауы буйынса география, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу специальностәрен асҡайныҡ, әле лә был йүнәлештәр буйынса бюджет урындары бар, уҡып бөткәндәр һәйбәт урындарҙа эшләй. Ғәмәли математика һәм мәғлүмәт технологиялары буйынса йыл да бюджет урындары бар, уны бөткәндәр ҙә һәйбәт эшкә урынлашалар. Институт күбеһенсә уҡытыусылар әҙерләй, сөнки биология, химия, математика, физика уҡытыусыларына ҡытлыҡ. Беҙҙә генә түгел, бөтөн Рәсәй кимәлендә лә етешмәй улар, ауылдарға кәрәк, ти инек, хәҙер уҡытыусылар ҡалаларҙа ла етешмәй башланы. Әгәр ҙә былай барһа, балаларыбыҙҙы уҡытыусы булмаясаҡ. Сәбәптәре төрлө, әлбиттә: бер яҡтан, Берҙәм дәүләт имтихандары индерелеү абитуриенттар һанын кәметте, сөнки күп уҡыусылар БДИ-нан ҡурҡып, туғыҙынсы кластан һуң мәктәптән китә, хатта ҙур мәктәптәр унынсы кластарын саҡ тултыралар. Әле беҙҙә уҡыусы контингенттың яртыһынан күбеһен колледждан һуң килгәндәр тәшкил итә.

Ярай, юғары белем алдылар, ти. Артабан эш бармы дипломлы белгестәргә?

Әҙеһәм Әғзәм улы:
Белгестәр күп өлкәлә етешмәй. Заманында, эш юҡ, тип, иҡтисадсылар, хоҡуҡ белгестәре әҙерләүгә бюджет урындарын бөтөргәндәр. Нисек эш булмаһын, улар бит үҙҙәре эш урындары булдырыусылар! Улар үҙҙәренә генә түгел, бер нисә кешегә эш урыны булдыралар. Мәҫәлән, Сибайҙағы хоҡуҡ буйынса юридик консультациялар, адвокат контораларын ойоштороусылар беҙҙә уҡып сыҡҡан белгестәр, әле лә беҙҙә уҡып бөткәндәрҙе һорап киләләр. Полицияла ғына шулайҙыр, тип уйлай торғайныҡ, сөнки хоҡуҡ белгестәре улар өсөн беренсе сиратта кәрәк, хәҙер приставтар килә башланы, судта ла, прокуратурала ла - бөтәһендә лә белгестәр етешмәй. Сәбәбе ябай ғына: был өлкәләге белгестәрҙең эшләү дәүере бик ҡыҫҡа ғына, егерме биш йыл эшләйҙәр ҙә, отставкаға китәләр. Фәнни тел менән әйткәндә, ротация тип атала - алмашыныу бик тиҙ бара. Шуға күрә бер беҙҙә генә түгел, ҙур ҡалаларҙа ла шул уҡ хәл, төпкөл ҡалаларҙа, райондарҙа иһә бигерәк етешмәй. Беҙ ҙур эш башҡарабыҙ, кадрҙар менән тәьмин итәбеҙ, Көньяҡ Урал өсөн күп белгестәр әҙерләнек, шунһыҙ хәл насар булыр ине, сөнки ҙур ҡалаларҙа уҡып бөткәндәр тыуған яҡтарына кире ҡайтмай. Әгәр хөкүмәт, ошо мәсьәлә өсөн яуап биргән етәкселәр киләсәк тураһында уйлана икән, беҙҙең һымаҡ юғары уҡыу йорттарына бюджет урындары бирергә тейештәр, шунһыҙ беҙҙең райондарҙа, ҡалаларҙа тиҙҙән белгестәр булмаясаҡ. Әлегә мөрәжәғәттәребеҙҙе ишетмәйҙәр, сөнки беҙ федераль кимәлдәге юғары уҡыу йорто, ә был кимәлдә ишетелеүе ауыр. Иҡтисадсыларҙы ҡайҙа ҡуйырға белмәйбеҙ, ти торғайнылар, былтырҙан башлап улар етешмәй. Иҡтисадсылар, хөкүмәт органдары эшләмәһә, кем идара итәсәк? Урындарҙа ойоштороусылар булмаһа, хоҡуҡ органдарының эше бармаһа, дәүләттең киләсәге нисек була?
Илгиз Вәрис улы: Рособрнадзор йыл да юғары уҡыу йортон тамамлаусыларҙың эшкә урынлашыуы буйынса мониторинг үткәрә. Әгәр ҙә был күрһәткес һикһән проценттан түбән булһа, йәғни йөҙ студенттың етмеш туғыҙы эшкә урынлашһа, вуздың эше һөҙөмтәле түгел тип һанала. Беҙ был күрһәткесте ыңғай үтәп киләбеҙ. Ышанмаҫһығыҙ, аҙна һайын тиерлек ҡайһы бер мәктәп директорҙары, телефон номерымды ҡайҙандыр табып, йә информатика белгесе, йә программист, йә башҡа төрлө һөнәр уҡытыусыһы һорайҙар, физкультуранан, химиянан уҡытыусы эҙләйҙәр. Ҡытлыҡ көслө, шулай булғас, төпкөл ҡалаларҙағы вуздарҙы хөкүмәт киңәйтергә тейеш. Әммә декан булараҡ, шуны ла беләм: бюджет урындарын күбәйткәндә икенсе проблема киләсәк, егерме-егерме биш урын бирелһә, төркөмдәрҙе тултырыу ҡыйыныраҡ буласаҡ, сөнки Берҙәм дәүләт имтихандары буйынса балдары күберәк булғандар Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡаҙан ҡалаларын һайлай башлай. Беҙҙең яҡтан киткәндәр кире ҡайтмайҙар, эш урындарына килмәйҙәр. Бында нимә эшләргә була? Патриотизм тойғоһо тәрбиәләргә кәрәк. Кадрҙарҙы әҙерләү беҙҙә лә яҡшы, хатта үҙенсәлекле өҫтөнлөктәребеҙ ҙә бар. Мәҫәлән, сифат яғынан. Әҙеһәм Әғзәм улы тыйнаҡлыҡ күрһәтеп, өндәшмәне, ә бит уларҙың ирекле эшҡыуарлыҡ буйынса студенттары ике тапҡыр Рәсәй кимәлендә еңеп, халыҡ-ара кимәлгә сыҡтылар. Беҙҙең факультетты алғанда ла, һикһәндән ашыу фән кандидатыбыҙ бар, уларҙың фәнни өлкәлә, лабораторияларҙа эшләй алыуҙары бик юғары күрһәткес.

Һеҙҙе тыңлайым да, уңыштар ҙа етерлек, әммә проблемалар ҙа аҙ түгел, бәлки, Болонья системаһынан сығыу ыңғай үҙәгәрештәр килтерер?

Әҙеһәм Әғзәм улы:
Беҙҙең илдә берәй сит илдең моделен үҙебеҙгә күсерһәләр, уның насар яҡтарын алалар ҙа, яҡшы яҡтарын торғоҙоп ҡалдыралар. Мәҫәлән, Болонья системаһын алайыҡ. Ундай системаларҙы ниндәйҙер ерлектә файҙа алыу өсөн махсус уйлап сығаралар, ҡай саҡ улар тарихи юҫыҡта ла килеп сыға. Һәр система иң тәүҙә үҙ даирәһен киңәйтә, шунан ситтәрҙе баҫып ала башлай. Беҙ, мәҫәлән, шул әҙер системаға ҡойроҡ булып ҡушылып, төп ваҡиғаларҙың ситендә ҡалабыҙ һәм башлағандарҙың арттарынан эйәрә алмайбыҙ.
Иҡтисад буйынса шулай килеп сыҡты, көнбайыш системаһына ҡушымта булып ҡыҫылдыҡ та, алға китә алмайбыҙ. Сәйәсәт яғынан да, белем биреү системаһында ла шул уҡ хәл. Ә бит беҙҙең бөйөк белем биреү системаһы бар ине. Ниңә беҙ уны үҙәк итеп, башҡаларҙы үҙебеҙгә тартманыҡ. Философик яҡтан дөйөмләштереп ҡарағанда, был ҙур хата булды. Хәҙер кире ҡайтыуы ҡыйын, сөнки ваҡытты, белгестәрҙе юғалттыҡ. Йәштәр тиҙерәкте, ялтырауыҡты ярата, төптән уйлау юҡ. Белем системаһы хәҙер ялтырауыҡҡа ҡоролған: балдар, рейтинг, фәнни публикация һ.б. Көнбайыш системаһында яҙған мәҡәләләрең күренһә, билдәлеһең, бушҡыуыҡ лайктар өсөн тырышабыҙ.
Үҙ системабыҙҙы үҙәк итеп алып, башҡаларҙы шуға ҡушып ҡына күтәрелә алабыҙ, сөнки Болонья системаһы ҙур хата булды һәм белем системабыҙҙы артҡа ташланы. Әле ҡапыл ғына беҙ унан баш тарта ла алмайбыҙ, сөнки беҙҙең әллә күпме бакалаврҙарыбыҙ юғары белемһеҙ тороп ҡалған һанала. Ул беҙгә бер ниндәй ҙә файҙа бирмәне, ҡыуанышып, сит илдәрҙең вуздарына инәйек, тип уйлауыбыҙ буш булып сыҡты, ундай мөмкинлектәр бирмәнеләр, беҙгә мөнәсәбәт икенсе төрлө булды. Бер ваҡыт бер-ике партия студенттарыбыҙҙы сит ил вуздарына конкурс буйынса ебәрҙеләр. Беҙҙең институттан да бер нисә кеше эләкте, уларҙы магистратураға алдылар. Айһылыу Йәнтуринабыҙ ситтә уҡып бөтөп, хәҙер ООН системаһында эшләй. Англия, Германия уҡыу йорттарына ингәндәр булды, улар шунда тороп ҡалып, шунда эшләйҙәр. Беҙҙең өсөн кәрәк инеме был ынтылыш? Яҡшы белемле кешеләребеҙҙе үҙҙәренең системаһына һурыу ғына булды - бөтөн нәмә шуға ҡоролған: тәбиғи байлыҡтарҙы, кеше капиталын, финансты һурыу. Был системанан кисектергеһеҙ баш тартырға кәрәк. Беҙ үҙебеҙ үҙәккә әйләнергә тейешбеҙ, әммә һурыу өсөн түгел, һәр яҡ өсөн дә файҙалы система булырға тейеш. Үҫешеп килгән илдәр өсөн беҙҙең система көнбайыштыҡына ҡарағанда өҫтөнөрәк, гуманистик принциптарға ҡоролған теләктәшлек системаһы булһын. Бер йүнәлештә генә быны атҡарып булмай, бөтөн системаны үҙгәртергә кәрәк.
Илгиз Вәрис улы: Болонья системаһы мәғариф, фән өлкәһенә ҙур һөжүм булды. Мин шәхсән үҙем баштан ҡаршы инем. Элек сығарылыш курс студенттарыбыҙ йыл да фән өлкәһендә ғилми эштәрен яҡлайҙар ине. Бакалавриат, магистратура системаһы ингәс (беҙҙә магистратура юҡ, закон буйынса филиалдарҙа булмай), был эш туҡтаны. Студенттарыбыҙ бакалавриатты уҡып бөтәләр ҙә, шуның менән бөттө, тимәк, дүрт йыл уҡып, тулы юғары белемгә эйә түгел булып сығалар. Ә бит ана шул бишенсе курста улар белгес булып формалаша, нәҡ шул бер йыл етмәй беҙгә, студенттарыбыҙ үҫешеп етмәйҙәр, сөнки дүрт йыл әҙерәк. Улар беҙҙә уҡыйҙар ҙа, магистратура булмағас, юғалалар. Инә алғандары ҙур ҡалаларҙағы магистратураға инә, ҡалғандары эшкә төшә, белемдең күсәгилешлеге бөттө. Фән өлкәһендә лә, диссертация яҡлауҙарҙа ла шул уҡ хәл. Әле беҙҙең быуын уҡытыусылары иң йәш уҡытыусылар һанала, ҡырҡтан йәшерәк уҡытыусылар юҡ. Ни өсөн? Магистратура юҡ! Ун бер йыл көрәшәбеҙ магистратураны лицензиялау өсөн, йөк һаман урынында.
Әҙеһәм Әғзәм улы: Магистратура булмағас, бакалавр кимәлендә фән менән шөғөлләнергә ярамай, фән белгесе булмағас, институтта уҡыта алмай, аспирантураға инә алмай - был беҙҙең һымаҡ вуздарҙың бәкәленә һуға. Заманында иң йәш кадрҙар беҙҙә ине, хәҙер кадрҙар өлкәнәйә бара, йәштәрҙе әҙерләй алмайбыҙ, магистратураға ебәрәбеҙ, әйләнеп ҡайтмайҙар. Был көсөргәнешле хәлдең тамырҙары тәрән: Берҙәм дәүләт имтихандары ана шул бөтөн системаның бер элементы ғына. Система үҙгәргәс, уның элементтары ла үҙгәрә. Төптән уйлағанда, беҙ педагогиканың иң төп бер принцибынан баш тартып, икенсе принципҡа күстек. Принцип үҙгәргәс, система үҙгәрҙе.
Ул принцип нимәнән ғибәрәт? Совет уҡытыу системаһының төп принцибы - кешене фекерләргә, уйларға өйрәтеү. Эйе, яңы дәүләт стандарттары балаға азатлыҡ биргән кеүек, әммә совет балаһының азатлығы күберәк ине, быны мәктәп йылдарынан иҫләйем. Мәҫәлән, мин матур итеп, тәфсирләп инша яҙа белмәйем, сөнки телем бай түгел, филолог була алмаҫ инем. Башҡорт теленән уҡытҡан Роза апай патриотик темаға инша яҙыр өсөн төрлө матур темалар бирә. Матур һүҙҙәр менән үҙемдең тыуған яғымды һүрәтләй белмәйем, әммә факттарға таяна беләм. Мәҫәлән, беҙҙең Йылайыр совхозы Әр-мәнстанға ҡарағанда шунса күберәк иген бирә, тип яҙам, тағы икенсе факттар өҫтәйем. Апай тәрбиәүи яҡтан көслө уҡытыусы булған. Ул: "Әҙеһәмгә иншаһы өсөн "дүрт", дөрөҫ килтерелгән факттары өсөн "биш", - ти. Дүрт тә бар, биш тә бар, насар түгел дә! Беҙҙе шулай итеп үҫтерә белделәр. Тәрбиә шулай яйлап күңелгә һалына бара. Роза апай ғына түгел, башҡа уҡытыусылар ҙа, ярай, һин был яҡтан булдыра алмаһаң да, бына был яғың шәп, тип үҫтерәләр ине. Ғалим булып китеүем, бәлки, шуға ла бәйле булғандыр.
Фекер үҫтереү, уны әйтә белеү бик көслө ҡорал бит ул. Хәҙер төп принцип ниндәй? Һин хәтерләргә тейешһең! Бөтөн нәмәне хәтерләп бөтөп булмай! БДИ шуға ҡоролған, фекерләү ҡеүәһе унда кәрәкмәй. Аҙаҡтан, әйҙә, әҙәбиәтте, тарихты индерәйек, ти башланылар. Ни өсөн? Балалар тарих менән әҙәбиәтте белмәһә, белем биреү системаһы үҙенең функцияһын үтәп бөтмәй, фекерләү кимәлен үҫтермәһәк, балаларҙың белеме түбәнәйә икән. Донъя бит әҙер нәмәләрҙән генә тормай, ул бөгөн былай, иртәгә икенсе яҡҡа үҙгәрергә мөмкин. Ни эшләп үҙгәрә? Ҡалай үҙгәрергә мөмкин? Ҡалай булһа, файҙалыраҡ, кәрәгерәк? Фекерләй алмаһаҡ, тормошто нисек итеп үҫтерә алабыҙ һуң? Ярай, бөтөн нәмәне иҫләйбеҙ, ти, ә ул бит иртәгә үҙгәрәсәк, йә юҡҡа сығасаҡ. Кәрәк инеме шундай системаға күсеү? Америка балаларының белем кимәле түбән икәнен белә инек бит. Наҙандар ти торғайныҡ уларҙы, хәҙер үҙебеҙҙекеләр наҙан тиерлек, Америка белем биреү системаһының иң насар яғын үҙебеҙгә күсерҙек. Уйымса, быны төптән үҙгәртергә кәрәк. Бөтөн нәмә БДИ-ға ҡоролғандан бирле белем биреү системаһының эше формаль күрһәткестәр буйынса баһалана башланы - бюрократҡа, административ хеҙмәткәргә былай баһалау еңелерәктер ҙә, бәлки. Уҡыусыларҙы ғына түгел, уҡытыусыларҙы ла БДИ буйынса баһалай башланылар. Артабан былай дауам итә алмай, мониторингтарҙа БДИ-ның уртаса балы беренсе урында булырға тейеш түгел, системаны тамырынан үҙгәртергә кәрәк.
Илгиз Вәрис улы: Мин Берҙәм дәүләт имтиханына эләкмәнем. Башта әйткәнемсә, ҡайҙа уҡырға барырымды белмәгәс, бөтә предметтарҙан да тырышып уҡыным. Шулай һәйбәт булғандыр, тим, совет белем биреү системаһы кешене төрлө яҡтан үҫтерергә, белемле итергә ҡоролған булған. БДИ буйынса имтихан бирмәгән предметтар кәрәкмәгән һымаҡ булып сыға. Әлбиттә, Берҙәм дәүләт имтихандарын күп әрләргә була, әммә ыңғай яҡтарын да әйтер инем. Мәҫәлән, элек Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларына уҡыра инеү буй етмәҫлек хыял булған. Хәҙер ауыл мәктәбендә уҡып та, яҡшы уҡыйһың икән, документтарҙы биш төрлө юғары уҡыу йорттарына тапшырырға була. Тик, минең уйлауымса, дәүләт имтихандары һайланма булырға тейеш. Кем теләй, бирһен, теләмәһә, ихтыярына ҡуйырға кәрәк. Юғары уҡыу йорттарына ла, автономия биреп, үҙаллы имтихан алырға рөхсәт бирһәләр, һәйбәт булыр ине. Мәғариф системаһында иң ҙур бәлә нимәнән килә? Беребеҙ ҙә өндәшмәйбеҙ. Ниңә? Реформалар барғанда йәмәғәтселекте, мәғариф өлкәһе белгестәрен йыйып, уртаҡ фекер алышыу юҡ, берәү ҙә һорап тормай, уҡытыусыларҙы кәрәкмәгән эшкә сумдыралар, бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡағыҙҙар, программалар яҙыуға дусар итәләр.

Юғары уҡыу йорттарының ҡабул итеү комиссиялары өсөн көсөргәнешле ваҡыт етте. Абитуриенттарҙы, буласаҡ студенттарығыҙҙы Сибай институтына нисек саҡырыр инегеҙ?

Әҙеһәм Әғзәм улы:
Хәҙерге ваҡытта балаларҙы уҡырға саҡырыу бик ҡыйын. Әлбиттә, осрашып торабыҙ, мәктәптәргә барабыҙ. Төп бәлә: хәҙерге балалар ата-әсәләренә үҙ шарттарын ҡуя. Юҡ, Сибайҙа уҡымайым, әллә кем Ҡаҙанға бара, мин дә шунда барам, мине лә ебәрегеҙ, ти ул. Ата-әсәһе, мөмкинлеге бармы-юҡмы, һуңғы нәмәһен һатып, аҡсаһын балаһына биреп, юлға оҙата. Ә бит ситтә, йыраҡта шарттар ауыр, үҙеңде-үҙең ашатмаһаң, стипендияға ғына йәшәп булмай. Шунан ҡайһы бере уҡып бөтә алмай, йә уҡып бөтөп тә, үҙ һөнәре буйынса эшләмәй.
Ялтырауыҡлы исемле яңы һөнәрҙәр менән дә ымһындыралар. Балалар бит тормошто аңлап бөтә алмай, күп нәмәне белмәй. Ата-әсәләр балаларының һүҙенән сыға алмай, башҡаларҙан хур булмаһын, тиҙәр. Ситтән күсереп, беҙҙә уҡып бөткән осраҡтар була. Беҙ бит балаларыбыҙҙы ата-әсәһе, туғандары аша яҡшы беләбеҙ. Үҙ-ара абсолют яуаплылыҡ тойғоһо бар беҙҙә. Ситкә барғандарға ундай яуаплылыҡ юҡ. Әйтәйек, минең класташым, йә башҡа танышым үҙенең ейәнен алып килә икән, мин уның өсөн яуаплылыҡ алам. Беҙҙәге ошо ғаилә прицибына тартым мөхит файҙаһын ата-әсәләр иң тәүҙә аңларға тейеш, сөнки балалар аңлай һалып бармай. Мәҫәлән, юриспруденцияла бюджетҡа инеү ауыр, улар күберәк түләүлегә инә. Хаҡы ҡыйбат - йөҙ ҙә ун мең. Беҙ уйланыҡ та, положение төҙөнөк: әгәр ҙә бала һәйбәт уҡыһа, сессияларын өсһөҙ бирһә, йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнашһа, фән менән шөғөлләнһә, волонтер булһа, һәр эше өсөн балдар йыя һәм шул рәүешле уҡыу хаҡын илле процентҡа тиклем төшөрә ала. Башҡа уҡыу йорттарында бындай мөмкинлек юҡ. Белем бирәбеҙ, тәрбиәләйбеҙ, бындай мөмкинлектән һис тә баш тартырға ярамай.
Илгиз Вәрис улы: Әҙерлек һәйбәт беҙҙә. Мәҫәлән, республикалағы өс ҡурсаулыҡта ла беҙҙең институтты бөткәндәр эшләй. Район мәктәптәренә барһаң, беҙҙең кадрҙар эшләй, бер ҙә Өфө, Ҡаҙан, Мәскәү уҡыу йорттарын тамамлағандар түгел. Бөтәбеҙ ҙә үҙебеҙҙең яҡтың тормошон ташлап, йылы урын эҙләп китәбеҙ икән, бында кем ҡаласаҡ һуң? Кем беҙҙең балаларҙы уҡытасаҡ? Шуға патриотик тойғоно ла иҫәптән сығармаҫ кәрәк. Был беҙҙең ерҙәр, уны беҙ үҫтеререгә тейешбеҙ. Рәсәй төбәктәре менән көслө, уларҙы беҙ күтәрмәһәк, кем күтәрер?
Әҙеһәм Әғзәм улы: Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул, тиҙәр. Бер урын да буш булмай, әгәр ҙә беҙҙең йәштәр тыуған ерен ташлап, ситкә китә икән, был ер буш ятмаясаҡ, кемдәрҙер, икенселәр киләсәк. Әгәр кеше үҙенең бөгөнгө көнөн генә уйлап, миңә генә һәйбәт булһын, тип, балыҡ тәрәнде, кеше һәйбәт ерҙе эҙләй, принцибы менән йәшәһә, тыуған яғына хыянат итәсәк. Тыуған яҡта ҡалайым, тыуған яҡты үҫтерәйем принцибы алға сығырға тейеш. Бына беҙ, күп кенә уҡытыусылар, тыуған яҡҡа ҡайтып, уның киләсәге өсөн йәшәйбеҙ, үҙебеҙҙең ерҙә үҙебеҙҙең кадрҙарҙы үҫтереү менән мәшғүлбеҙ.

Шулай итеп...
Билләһи, тәжрибәле декандарҙың төплө фекерҙәрен тыңлап, нәҡ Сибай институтында юғары белем алғым килеп китте. Анкетаның "образование" графаһында "высшее" тип яҙып, ғорурлыҡ тойғоһо кисерер өсөн генә түгел, тыуған яҡтың туғаны, илһөйәре булыр өсөн дә!

Радик ӨМӨТҠУЖИН
яҙып алды.

ТЫУҒАН ЯҠТЫҢ ТУҒАН …