Ветераны кафедры

Әбсәләмов Зыя Зиннәт улы 1960 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт-рус бүлеген тамамлай. 1971-1974 йылдарҙа Мәскәүҙә СССР Фәндәр академияһының Тел ғилеме институтында төрки телдәр буйынса аспирантурала уҡый, 1975 йылда “Хәҙерге башҡорт телендә рәүеш” темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1975-1980 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
1980-1992 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында өлкән уҡытыусы, доцент, ә 1992-2002 йылдарҙа БДУ-ның (башта БДПИ-ның) Сибай институтында уҡытыу методикалары кафедраһы мөдире булып эшләй. 2002 йылдан – башҡорт филологияһы кафедраһы профессоры. Башҡорт теленең морфологияһы, лексикаһы, терминологияһы мәсьәләләренә арналған 50-нән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән “Русса-башҡортса, башҡортса-русса юридик терминдар һүҙлеге” (Өфө: БКН, 1980; 1994 – авторҙаш), “Грамматика современного башкирского литературного языка” (М.: Наука, 1981 – авторҙаш), “Русса-башҡортса, башҡортса-русса ижтимағи-политик терминдар һүҙлеге” (Өфө: Китап, 1984), “Русса-башҡортса грамматик-орфографик һүҙлек” (Өфө, 1994 – авторҙаш), юғары уҡыу йорттары өсөн уҡыу программалары һәм әсбаптары һ.б. авторы. Хәҙерге көндә хаҡлы ялда.

 

Бүләков Илдус Ҡасим улы 1970 йылда БДУ-ның филология факультетын тамамлай һәм СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының аспирантураһында уҡый, “Башҡорт драматургияһының барлыҡҡа килеүе һәм нығыныуы” тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1973-1993 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр, Ғилми сәркәтип вазифаларын башҡара, республика Яҙыусылар союзындағы әҙәби тәнҡит, драматургия секцияларының ағзаһы була. 1993 йылдан бөгөнгәсә БДУ-ның Сибай институтында (башта кафедра доценты, 1996-2005 йылдарҙа педагогика факультеты деканы, хәҙер башҡорт филологияһы кафедраһының профессоры) эшләй. Ул йөҙҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы, шул иҫәптән “XX быуат башы башҡорт әҙәбиәте” (2 томда), “М. Ғафури әҫәрҙәре” (4 томда), “Башҡорт драматургияһы” антологияһының (2 китапта), “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” (6 томда) һ.б. китаптарҙы төҙөшөүсе һәм авторҙашы, “Башҡорт театры менән драматургияһы тарихынан” тигән йыйынтыҡты баҫтырып сығарған.
Әүҙем фәнни-педагогик эшмәкәрлеге өсөн И.Ҡ. Бүләков “Хеҙмәт ветераны” миҙалы һәм Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән наградланған. Хәҙерге көндә хаҡлы ялда.

 

Бүләкова Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы Башҡорт дәүләт университетының башҡорт-рус бүлеген тамамлағандан һуң Бөрйән районы Иҫке Монасип урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1982 йылда СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты аспирантураһына уҡырға инә. “Башҡорт балалар прозаһында герой проблемаһы” тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1986-1990 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр, 1990-1993 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында өлкән уҡытыусы, 1993 йылдан әлегәсә БДУ-ның (ул ваҡытта БДПИ-ның) Сибай институтында өлкән уҡытыусы, доцент, профессор дәрәжәһендә, 1997 йылдан башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте тарихы кафедраһы (хәҙер башҡорт филологияһы кафедраһы) мөдире булып эшләй.
150-нән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 3 монография авторы: Әҙибәнең әйтер һүҙе – Сибай, 2009; Сәсән һүҙе – Өфө: БДУ, 2010; Сәсәнмен, тип кем әйтмәҫ... – Өфө: Ғилем, 2012. Башҡортостандағы татар мәктәптәренең 1-се (Өфө: Китап, 1994, 2000), 2-се (Өфө: Китап, 1994, 2000), 3-сө (Өфө: Китап, 1993, 2002), 4-се (Өфө: Китап, 2008) класс уҡыусылары өсөн башҡорт балалар әҙәбиәте буйынса кластан тыш “Башҡортостан – тыуған ергенәм” тигән уҡыу китаптарының төҙөүсе-авторы (авторҙашы – Д.Ғ. Мырҙаҡаева).
Ғ.М. Бүләковаға 2012 йылда Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем бирелде.

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 2008-2016
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов