Главная Все новости БР Яҙыусылар союзының Башҡортостандың Әҙәбиәт мәктәбе проекты тормошҡа ашырыла башланы

Все новости

БР Яҙыусылар союзының Башҡортостандың Әҙәбиәт мәктәбе проекты тормошҡа ашырыла башланы

Ул Рәсәй Федерацияһы Президенты гранты сараларына башҡарыла һәм сентябрь айының аҙағына тиклем дауам итәсәк. Был проектта үҙ көсөн әҙәбиәттә һынап ҡарарға теләгән 14 йәштән 25 йәшкә тиклемге һәр кем ҡатнаша ала. Ҡатнашыу өсөн “Бәйләнештә” селтәрендәге Башҡортостан Әҙәбиәте төркөмөндәге ( https://vk.com/rbgodliteratura) и отправить ее на электронный адрес) ғаризаны тултырып Этот адрес электронной почты защищен от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон адресына ебәрергә генә кәрәк. Шулай уҡ союздың электрон адресына ла һалырға була. Ҡатнашыусыларҙың башҡорт, рус һәм татар телендәге ҡульяҙмалары республикабыҙҙың билдәле әҙиптәре тарафынан тикшереләсәк һәм баһаланасаҡ, кәңәштәр биреләсәк. Шулай уҡ проект барышында йәш ижадсыларға оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар, төрлө осрашыуҙар үткәреү ҡаралған. Һөҙөмтәлә ҡатнашыусылар араһынан 30 иң өмөтлө йәш ижадсы һайлап алынасаҡ һәм проект еңеүсеһе итеп билдәләнәсәк. Улар өсөн баш ҡалабыҙ Өфөлә бүләкләү тантанаһы үтәсәк, музей һәм театрҙарға сәйәхәт, халыҡ шағирҙары менән осрашыуҙар ҡаралған. Был йәштәр Башҡортостан Яҙыусылар союзының Йәштәр бүлеге исемлегенә индереләсәк һәм халыҡ-ара сараларҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә буласаҡ. Уларҙың ижады тупланған айырым йыйынтыҡ сығарыу ҙа күҙ уңында тотола.
                   

Главная Все новости БР Яҙыусылар союзының Башҡортостандың Әҙәбиәт мәктәбе проекты тормошҡа ашырыла башланы

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 1998-2017
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов