Главная Все новости Сибай институты ғалимдары “Һаҡмар” һәм “Баймакский вестник” газеталары журналистары ойошторған матбуғат конференцияһында ҡатнашты

Все новости

Сибай институты ғалимдары “Һаҡмар” һәм “Баймакский вестник” газеталары журналистары ойошторған матбуғат конференцияһында ҡатнашты

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында башлыса Урал аръяғы райондарынан килгән студенттар белем ала. Уҡырға килеүселәрҙең күбеһен Баймаҡ районы студенттары тәшкил итә. Быға уҡыу йортоноң райондың киң мәғлүмәт саралары менән даими хеҙмәттәшлектә булыуы ла булышлыҡ итәлер. Тиҙҙән яңы уҡыу йылына Сибай институтына ҡабул итеү үҙенсәлектәре, институттағы йәшәү, уҡыу шарттары хаҡындағы тулы мәғлүмәт районда сыҡҡан “Һаҡмар” һәм “Баймакский вестник” газеталарында донъя күрәсәк. Газета журналистары Айгөл Иҙелбаева, Земфира Ғәҙелшина ойошторған әңгәмәлә институттың иҡтисад һәм хоҡуҡ факультеты деканы, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Әҙеһәм Барлыбаев, ошо уҡ уҡыу йорто профессоры, биология фәндәре докторы Сәфәрғәле Йәнтүрин ҡатнашты. Ғалимдар институтта алып барылған фәнни эҙләнеүҙәр, төбәктең иҡтисады үҫеше, шулай уҡ тәбиғәтенең торошона ҡағылышлы һорауҙарға ла яуап бирҙе. Фән эшмәкәрҙәре менән булған күләмле материал газетаның алдағы һандарында баҫылып сығасаҡ.
Рәүилә Хәсәнова, матбуғат хеҙмәте
                

Главная Все новости Сибай институты ғалимдары “Һаҡмар” һәм “Баймакский вестник” газеталары журналистары ойошторған матбуғат конференцияһында ҡатнашты

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 1998-2017
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов