Архив новостей

Йыл коллективы

Башҡа уҡыу йорттарынан айырмалы, Сибай институты студенттарҙа ватансылыҡ, телһөйәрлек тәрбиәләү йәһәтенән ғәйәт ҙур эш алып бара. Халҡыбыҙҙың рухлы ир-уҙамандарының береһе, арҙаҡлы шәхесебеҙ Зиннур Йәрмөхәмәтов етәкселек иткән коллектив республикала ғына түгел, хатта Рәсәй кимәлендә киң танылды. Уҡыу йортоноң матди-техник базаһына көнләшерлек. Бында заман талаптарына яуап бирерлек лабораториялар, ике ҡатлы спорт комплексы, яңы ҙур ашхана, өс китапхана, редакция-нәшриәт үҙәге, 12 компьютер класы, студенттар телевидениеһы бар. Шулай уҡ институттың ун аудиторияһы мультимедиа ҡорамалдары, интерактив таҡта менән йыһазландырылған.  “Ете ырыу” һәм “Сармат” халыҡ бейеү, башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары ансамблдәре, тынлы оркестр, “Арҡайым” фольклор ансамбле уңышлы эшләп килә. Төрлө секцияларында студенттар уҡтан атыу, көрәш кеүек милли спорт төрҙәре менән ихлас шөғөлләнә. Барлыҡ тәрбиә сараларында этнопедагогикаға, йәғни халҡыбыҙҙың матур йолаларына, ғөрөф-ғәҙәтенә таяныла.  “Эшҡыуарлыҡ һәм технология” бүлегендә халҡыбыҙҙың боронғо кәсеп-һөнәрҙәрен тергеҙеү һәм уларҙы йәш быуынға өйрәтеү буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Йәштәрҙе күренекле шәхестәребеҙ өлгөһөндә тәрбиәләүгә лә етди иғтибар бүленә. Студенттарға рухи тәрбиә биреүҙең тағы бер юлын Сибай институты етәкселеге милли матбуғатҡа даими яҙылыуҙа һәм уны йәштәргә яҡынайтыуҙа күрә. Шуға күрә туған телдә сыҡҡан гәзит-журналды күпләп алдыралар.  Киләһе йылға ла Сибай институты директоры Зиннур Йәрмөхәмәтовтың ярҙамы менән “Башҡортостан”ға яҙылыу ойошторолдо. Иң күп гәзит алдырыусы һәм уны уҡып таратыусы Сибай институты коллективына рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Киләсәктә лә бергә ҡалайыҡ!

Яҙма Башҡортостан гәзитенән әҙерләнде

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 2008-2016
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов