Главная Архив новостей Архив новостей за 2013 год Буласаҡ журналистар тәүге сирҡаныстарын ала

Архив новостей

Буласаҡ журналистар тәүге сирҡаныстарын ала

 

 Хәҙерге ваҡытта башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегенең 4-се курс студенттары журналистика буйынса тәүге практикаларына юлландылар. Студенттар Урал аръяғының билдәле киң мәғлүмәт сараларында – Баймаҡ, Әбйәлил райондарының, Сибай ҡалаһының “Һаҡмар”, “Осҡон”, “Атайсал” , “Сибайский рабочий” гәзиттәре редакцияларында һәм Сибай, Баймаҡ ҡалаһы телевидениеларында тәжрибә туплай. Практика тураһында төркөмөбөҙ старостаһы Әлфирә Мәжитова менән әңгәмәләштек.
   – Хәйерле көн, Әлфирә! Өр-яңы эш көнөнә күнегеп буламы? Институтта уҡып үткән көн күңеллерәкме, әллә ең һыҙғанып эшләп ултырыу ҡыҙығыраҡмы?
   – Һәр бер нәмәнең үҙ ҡыҙығы була инде. Институтта ла, редакцияла ла бик күңелле, оҡшай. Институтта күнегелгән режим буйынса, күптән таныш кешеләр араһында йөрөһәң, бында иһә бөтә нәмә яңы.
   – Практиканы ҡайҙа үтәһең? Яңы урында нисек ҡаршы алдылар?
   – Үҙемдең тыуған яғымда – Әбйәлил районының “Осҡон” гәзите редакцияһында тәүге көндән бик йылы ҡаршы алдылар. Бында ихлас, алсаҡ хеҙмәткәрҙәр эшләй. Тап “Осҡон”ға ҡайтыуыма бер ҙә үкенмәйем. Редакцияла бик ныҡ оҡшай миңә.
   – Редакцияла һин кемдәрҙең ҡулы аҫтында эшләйһең? Шулай уҡ институттан да етәкселәр барҙыр...
  – Миңә журналистика серҙәрен баш мөхәррир урынбаҫары Рәмилә Шаһыбал ҡыҙы Истамғәлина төшөндөрә. Ә институттан етәксем, уҡытыусым Земфира Морат ҡыҙы Таһирова. Аллаға шөкөр, етәкселәремдән уңдым. Уларҙың биргән кәңәштәре миңә практиканы еңел һәм ҡыҙыҡлы үтергә ярҙам итә. Мөмкинлектән файҙаланып, уларға рәхмәт һүҙҙәремде еткергем килә.
    – Ғөмүмән, бындай практика кәрәк тип һанайһыңмы? Үҙең редакцияла ниндәй эштәр башҡараһың?
  – Әлбиттә, кәрәк. Беҙ  редакция эше менән ентекләп танышабыҙ, дәрестә алған белемдәребеҙҙе тап практика ваҡытында ҡуллана алабыҙ, тәжрибә туплайбыҙ. Минең  эшем гәзиткә мәҡәләләр яҙыу өсөн материалдар туплау һәм редакцияға килгән хаттарҙы эшкәртеүҙән ғибәрәт…
  – Тимәк, һиңә журналист эше оҡшай. Киләсәгеңде ошо һөнәр менән бәйләр инеңме?
  – Һис һүҙһеҙ. Киң мәғлүмәт сараларының ниндәй өлкәһендә булһа ла бөтә күңелемде һалып эшләргә риза булыр инем.
  – Төркөмдәштәреңә, шулай уҡ әле практикала булыусыларға ниндәй теләктәрең булыр?
  – Иң тәүҙә шуны әйткем килә. Беҙ “Осҡон” гәзитендә төркөмөбөҙҙән өс кеше: Илмир Ғәбитов, Ләйсән Шаһимәрҙәнова һәм мин. Улар менән бергә булғанға шундай рәхәт. Кәңәшләшер, ярҙам итешер кешеләр янда ғына, өс тағандай, дуҫ һәм татыу эшләп  йөрөйбөҙ. Ә башҡа ҡыҙҙар һәм егеттәргә практикаларында уңыштар, ҡыҙыҡлы мәҡәләләр, сағыу репортаждар, һүҙҙең ҡәҙерен, тәмен тойоп эшләүҙәрен, фекер ҡеүәһе, ҡәләм үткерлеге теләйем. Был практикабыҙ күңелебеҙҙә онотолмаҫлыҡ бер ваҡиға булып һаҡланып ҡалыр. Бик тиҙҙән йәнә бөтәбеҙ бергә осрашҡанға тиклем!
  – Йәнле әңгәмәң өсөн рәхмәт, Әлфирә! Үҙеңә лә тик изге теләктәр юлдаш булһын!

Әлиә Хәсәнова,
 башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегенең 4 курс студенты.

Главная Архив новостей Архив новостей за 2013 год Буласаҡ журналистар тәүге сирҡаныстарын ала

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 1998-2017
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов