Архив новостей

Ғалим-педагогтың яңы китабы

Был китап тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙына мөрәжәғәт иттем.
  - Был хеҙмәтте яҙғанда ниндәй маҡсат-бурыстарҙы күҙ уңында тоттоғоҙ?
  - Минең Сибай институтында эшләй башлауыма быйыл теүәл 20 йыл була. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлеге асылғанға тиклем миңә ПиМНО һәм ПиПД специальностарының  уҡыу планына индерелгән “Балалар әҙәбиәте” һәм “Хәҙерге башҡорт теле” курстарын алып барырға тура килде. Бына шул “Балалар әҙәбиәте” курсының программаһында халыҡ ижады жанрҙарын да өйрәнеү ҡаралған (сөнки һәр халыҡтың әҙәбиәте, тәү сиратта, халыҡ ижадына таянып үҫеш алған). Программаға ярашлы рәүештә, курсты уҡып бөтөүгә мин һәр студенттан, үҙе йәшәгән ауылда таралған фольклор өлгөләрен йыйып, реферат яҙыуҙы талап итә инем. Студенттар яҙып алып килгән материалдар араһында хәҙерге осорҙа йәшәгән сәсәндәр ижады ла йыш осрай ине. 2000 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлеге асылғас, мин был эште “Башҡорт фольклоры” курсын үткәндә дауам иттерҙем. Һөҙөмтәлә, 20 йыл эсендә беҙҙә халыҡ ижады һәм ауыҙ-тел әҙәбиәте (сәсәндәр ижады тап шуға ҡарай) буйынса ғәйәт күп материал йыйылды. Ни өсөн ул материал тик ятырға тейеш әле тип, мин уларҙы ғилми яҡтан өйрәнә башланым, мәҡәләләр яҙҙым, конференцияларҙа сығыш яһаным һәм 2010 йылда З. Әминеваға сәсәндәр ижады буйынса диплом эше темаһы тәҡдим иттем. Әйткәндәй, ул йылдағы ГАК председателе – филология фәндәре докторы, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының әҙәбиәт бүлеге мөдире М.Х. Нәҙерғолов был эшкә, диссертацияға торошло хеҙмәт тип, бик юғары баһа бирҙе. Әлеге көндә Зөбәржәт менән беҙ был тема өҫтөндә эшләүебеҙҙе дауам итәбеҙ. Төп маҡсатыбыҙ – үткән быуаттың 90-сы йылдарында республикабыҙҙа барған милли күтәрелеш һөҙөмтәһендә төрлө райондарҙа йәнләнеп киткән сәсәндәр ижадын халыҡҡа еткереү, уларҙың әҫәрҙәрен пропагандалау һәм ғилми әйләнешкә индереү.alt
  - Билдәле булыуынса, китап БР Фәндәр академияһының “Ғилем” нәшриәтендә донъя күргән. Ә “Ғилем”дә китап сығарыу бәхете бөтәһенә лә тәтемәй. Быға нисек өлгәштегеҙ?
 - 2012 йыл мин БР Фәндәр академияһының дәүләт ғилми-техник программаһы буйынса иғлан ителгән грантына заявка биргәйнем. Бәхеткә күрә, Башҡортостан Фәндәр академияһы беҙҙең теманы маҡсатҡа ярашлы тип тапты һәм китап сығарыуға аҡса бүлде.
 -  Дәүләт акредитацияһы талаптарына ярашлы рәүештә, хәҙер юғары уҡыу йорттарында фәнгә, ғилми эштәргә бик ҙур талаптар ҡуйыла. Был өлкәлә ниндәй пландар, маҡсаттар менән йәшәйһегеҙ?
 - Әлеге көндә Урал аръяғындағы райондарҙа студенттар менән берлектә йыйылған фольклор әҫәрҙәренең үҙенсәлектәрен, атап әйткәндә, айырым жанрҙарҙың поэтикаһын өйрәнеү менән шөғөлләнәм (был тема башҡорт фольлористикаһында бөтөнләй тиерлек өйрәнелмәгән). Әле әкиәт, йыр, афористик жанрҙар буйынса тикшеренеүҙәремде баҫмаға әҙерләйем.
 - Ғәҙилә Мөҙәрисовна, һеҙ 3 монография, байтаҡ ҡына уҡытыу-методик ҡулланмалары, 200-гә яҡын ғилми мәҡәлә авторы. Ә ҡасан докторлыҡ диссертацияһын яҡлайһығыҙ?
 - Уныһы Хоҙай ҡулында. Ғөмүмән, мин мотлаҡ докторлыҡ диссертацияһы яҡларға тигән маҡсат ҡуймағанмын. Минең өсөн әлеге ваҡытта иң мөһиме – тормош юлдашым Илдус Ҡасимовичтың һаулығы һәм Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендә эшләп йөрөгән улыбыҙ Илнурҙың тиҙерәк докторлыҡ диссертацияһын яҡлауы. Әгәр улым докторлыҡ диссертацияһын яҡлай икән, мин дә үҙемде фән докторы тип хис итәсәкмен (көлә).
  Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ!

Рузилә Иҫәнбаева

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 1998-2017
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов