Архив новостей

Яңырыуҙар әйҙәй Сибайҙы…

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты  белем , тәрбиә үҙәге генә түгел, ә матур осрашыуҙар урыны ла булып тора. Яңы уҡыу йылының тәүге айы   бындай сараларға  ифрат та бай булды. 30 октябрҙә Сибай институтында башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлеге студенттары һәм уҡытыусылары филология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, күренекле прозаик, РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы Тимерғәли Килмөхәмәтов һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры, РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбай менән осрашты.
 
 
 
Осрашыуҙа шулай уҡ прозаик Лира-Әхмәт Яҡшыбаева, Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе, драматург Әминә Яхиналар ҡатнашты.
Бик йәнле һәм фәһемле үткән был был осрашыуҙа студенттар һәм әҙиптәр, Сибай институтының башҡорт филологияһы кафедраһы уҡытыусылары хәҙерге башҡорт әҙәбиәте, йәштәр ижады, шулай уҡ А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт театрында Т.Килмөхәмәтовтың “Йәнкиҫәк” пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакль буйынса фекер алыштылар, шиғырҙар уҡынылар, һорауҙарға яуап бирҙеләр.
 
 
Ғ.М. Бүләкова
 
 
 
 
Главная Архив новостей Архив новостей за 2014 год Яңырыуҙар әйҙәй Сибайҙы…

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 2008-2016
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов