Главная Архив новостей Архив новостей за 2014 год “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу

Архив новостей

“Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу

25 сентябрҙә Сибай институтының конференц-залында республикабыҙҙың “Башҡортостан” ижтимағи-сәйәси гәзите хеҙмәткәрҙәренең “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” бүлеге студенттары менән осрашыу кисәһе үткәрелде. 
Кисәлә Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Динә Ғабдрахман ҡыҙы Арыҫланова, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Минзилә Харис ҡыҙы Ғабдрахманова, “Башҡортостан” гәзитенең Урал аръяғы буйынса үҙ хәбәрсеһе Кәримә Ишбулды ҡыҙы Усманова ҡатнашты. 
 
 
 
Тәүге һүҙ билдәле журналист Динә Ғабдрахман ҡыҙына бирелде. Уға шулай уҡ “Журналист булыу өсөн кешелә ниндәй сифаттар булыуы мотлаҡ?”, “Журналисты аяҡтары туйҙыра тигән һүҙгә һеҙҙең ҡарашығыҙ нисек?” тигән һорауҙар бирелде. Тәүҙә залда ултырыусыларҙы ҡыҫҡаса үҙенең хеҙмәт биографияһы менән таныштырғас, Динә апай студенттар биргән һорауҙарға яуап бирҙе.
– Журналист кеше аяҡ баҫмаған төбәк юҡ. Тик уны аяҡтары ғына түгел, ә башы ла туйҙыра, – тип белдерҙе беҙҙең журналист апайыбыҙ. – Яҙыусы, хәбәрсе, ғөмүмән, матбуғат өлкәһендә эшләүсе кешеләр күп уҡырға тейеш. Сөнки китап аҡыл даирәһен киңәйтә, һүҙ байлығын тулыландыра. Журналист шулай уҡ халыҡ һулышын белергә тейеш. Редакция бүлмәһендә ултырып ҡына эшләп, яҡшы журналист булыу мөмкин түгел, – тип белдерҙе тәжрибәле матбуғат хеҙмәткәре.
Артабан һүҙҙе Минзилә Харис ҡыҙы Ғабдрахманова дауам итте. Ул да тәүҙә үҙенең хеҙмәт биографияһын ҡыҫҡаса яҡтыртып үтте. 
– Журналист булып китеүемдең сәбәбе – ул минең күңел талабым. Күргәнемде, белгәнемде яҙыуҙы минең йөрәгем талап итә. Журналист булыу өсөн журналистика факультетын тамамлау кәрәк түгелдер, тип уйлайым. Хәҙерге көндә матур яҙа белеүсе генә түгел, ә киң ҡарашлы журналистар талап ителә, – тип үҙ фекере менән бүлеште Минзилә Харис ҡыҙы. 
Артабан Кәримә Ишбулды ҡыҙы Усманова залда ултырыусылар өсөн “Башҡортостан” гәзите тураһында  викторина үткәрҙе. Уйындан һуң еңеүселәргә бүләктәр тапшырылды. 
 
 
 
Ҡунаҡтарҙы тәбрикләп, “Башҡорт һәм рус теле” бүлегенең 1-се курс студенттары Сәлихова Зәлиә “Бөрйән ҡыҙы” бейеүен башҡарһа, Йәрмөхәмәтова Динара үҙе яҙған “Әсәкәйем, күҙ нурым” йыры менән күңелдәрҙе күтәрҙе. 
Алыҫ араларҙы яҡынайтып, баш ҡалабыҙ Өфөнән килеүсе ҡунаҡтар менән осрашыу бик йылы, ихлас шарттарҙа үтте. Уны башҡорт филологияһы кафедраһы мөдире Ғ.М. Бүләкова бик йәнле һәм йөкмәткеле итеп алып барҙы.
 
 
 
Республикабыҙҙың төп ваҡытлы матбуғат баҫмаһында эшләүсе хәбәрселәр менән осрашыуҙан һуң залда ултырыусылар араһында үҙҙәренең киләсәген журналистика менән бәйләргә ҡарар итеүселәрҙең артыуына шик юҡ. 
Исхакова Гөлфирә, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” бүлегенең 5-се курс студенты
 
 
Главная Архив новостей Архив новостей за 2014 год “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 2008-2016
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов