Главная Архив новостей Архив новостей за 2014 год А.Ә.Тажетдинов «Гел йылмайып йөрөгөҙ!“

Архив новостей

А.Ә.Тажетдинов «Гел йылмайып йөрөгөҙ!“

Сибай институтында  тағы бер тантаналы осрашыу үтте.  Педагогика факультетының филология кафедраһы студентарына мәғәриф ветераны, яҙыусы, журналист һәм иң яҡшы атай - Азамат Әғзәм улы Тажетдинов менән күҙгә-күҙ әңгәмәләшергә бәхет тейҙе.     

 

Азамат Тажетдинов сығышы менән шәхестәргә бай төбәк  Баймаҡ районының II Этҡол ауылынан.  Бөтә ғүмерен йәштәргә, киләсәк быуынға рух  тәрбиәләүгә бағышлаған мәғәриф ветераны. Ул  “Рәсәй Федерацияһының мәғәриф отличнигы” тигән маҡтаулы  исемгә, Батыр Вәлид исемендәге район  премияһына лайыҡ була.  Азамат ағай - тыуған яҡтың тарихын, халҡын өйрәнеүсе булараҡ Башҡортостан Республиҡаһында  танылған  шәхес.  “Беҙ-байымдар” ,  “Ел-дауылдар аша” ,  “Күңелдәрҙә яра төҙөлмәгән” ,  “Шәһәрғәзе сәсән “,  “Сәсәндәр иленә сәйәхәт” ,  “Ғүмерем ағыштары - ғаиләм яҙмыштары” ,  тигән китаптары донъя күрә.  2002 йылда Юлыҡ ауылы халҡына ҙур бүләк булып  “Оло юлда Юлыҡ”  китабын баҫтырып сығара.  Студентарҙың  “Һеҙ нисә йәштән ижад итә башланығыҙ”  тигән һорауҙарына, Азамат Әғзәм улы-“Мин яҙыусы түгел, мин ижад итмәйем. Мин тарихымды һаҡлап ҡалыр өсөн, хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына яҙа башланым” -тип яуап килтерҙе. Ысынлап та, уның китаптарын уҡый башлаһаң, элекке заман ваҡиғаларына сумаһың. Осрашыу мәлендә студент ҡыҙҙар-егеттәрҙе күҙәтеп ултырғанда, улар шундай хис тойғо уйҙарға бирелеп, тыңлап ултырҙылар. Сөнки Азамат ағайҙың тормошҡа булған ябай ҡарашы, тауышы хайран ҡалдыра. Кисәлә Азамат ағай Мостай Кәримдең шиғырҙарын  бер тыналай яттан һөйләне. Уға  мәшүр яҙыусы менән бер нисә тапҡыр осрашырға тура килә. Ул беҙгә ошо хәтирәләре менән уртаҡлашты.

 

Азамат Әғзәм улы быйыл йәй Төркиәгә сәфәр ҡылған, унда Истамбул университеты  студенттары менән осрашыуы, ошо студенттәрҙең башҡорт телен өйрәнеүҙәрен бик мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Ошо осрашыу һәммәбеҙҙә тыуған телде, тыуған илде яратырға, уныңданын арттырыр 0с0н тырышып уҡырға, ҙур кеше булырға ынтылырға икәнлеген аңлатты. Азамат Тажетдинов Һәм уның тормош иптәше Люциә Хайбулла ҡыҙы дүрт балаға ғүмер, матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына аяҡ баҫтыра. Өлкән улдары Нур-Сибай ҡалаһында “Cтроймеханизация” йәмғиәтенең генераль директоры, БР Дәүләт Йыйылышы-ҡоролтайы депутаты, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе, Илшат-Башҡортостан Республикаһының Хөкүмәте аппараты етәксеһе, Нәил -инженер-механик, ҡыҙҙары Гөлнур-Сибай ҡалаһындағы “Башинформсвязь” йәмғиәтендә   инженер булып эшләй. “Гел йылмайып йөрөгөҙ”- Йылмайһаң, бөтәбәхет һиңә йылмайыр,тип  үҙсерен асып, йылмайҙы беҙгә Азамат Әғзәм улы.

 

Сәлихова Зәлиә,     педагогика факультеты, 1 курс 

Главная Архив новостей Архив новостей за 2014 год А.Ә.Тажетдинов «Гел йылмайып йөрөгөҙ!“

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 1998-2017
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов