Архив новостей

Әҙәбиәт йылына бағышланды

 
21 февраль 1999 йылда ЮНЕСКО тарафынан Халыҡ-ара туған телдәр көнө тип иғлан ителә. Был көн юҡҡа сығып барыусы телдәрҙе һаҡлау, үҫтереү, туған телдә белем алыу, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы киңерәк таратыу маҡсатынан ойошторола. Әлбиттә, бындай маҡсаттарға ирешеү әҙәбиәт, мәҙәниәт, милләтебеҙҙең үткәне менән танышыуҙан башлана.  “Милләт үҙенең бөйөк шәхестәре менән мәртәбәле”, – тигән күренекле дин әһеле, әҙип Ризаитдин Фәхретдинов. Шулай уҡ туған телен, туған халҡын ҡәҙерләгән халыҡ үҙе лә ҡәҙерле булыр, тигән әйтем бар башҡорт халҡында. 

2015 йылдың ҡарлы-буранлы февралендә, Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арнап, Сибай институты алдындағы башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхестәренең бюстарына сәскәләр һалыу тантанаһы үткәрелде.  Сара башҡорт филологияһы кафедраһы янында эшләп килгән “Даръя” ғилми-лингвистик клубы (етәксеһе – доцент Латыпова Р.М.) һәм “Инеш” әҙәби ижад түңәрәге (етәксеһе – доцент Ласынова Н.А.) ағзалары тарафынан ойошторолдо. Сараны асып, Рида Марс ҡыҙы һәм Нәйлә Азамат ҡыҙы Халыҡ-ара туған телдәр көнөнөң әһәмиәте, “халҡым, илем, телем” тип йәшәгән арҙаҡлы милләттәштәребеҙҙең ролен иҫкә төшөрҙөләр:

– Башҡорт халыҡ шағиры Рауил Бикбаев беҙҙең институтҡа бер килгәнендә: “Мин, Сибай институтынан башҡа, халҡыбыҙҙың бөйөк алты шәхесе ҡаршылап  торған бер генә уҡыу йортон да белмәйем”, – тип әйткәйне. Ысынлап та, институт директоры – иҡтисад фәндәре докторы, профессор З.Ғ.Йәрмөхәмәтов етәкселегендәге уҡытыусылар коллективы йәш быуынды илһөйәрлек һәм телһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирә. Институттың төп корпусы алдында арҙаҡлы шәхестәр аллеяһы (тыуған төйәгебеҙ, әҙәбиәтебеҙ, мәҙәниәтебеҙ үҫешенә тос өлөш индергән шәхестәр – Шәйехзада Бабич, Һәҙиә Дәүләтшина, Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева, Мөхәммәтша Буранғолов, Шәйәхмәт Сибаевтарға  ҡуйылған бюстар) булдырылһа, коридорҙарҙы күренекле милләттәштәребеҙгә барельефтар, паннолар биҙәй.


 

15  йылдың 2 ғинуарында тыуыуына 120 йыл тулған бөйөк  шағир Шәйехзада Бабич тураһында һөйләү өсөн һүҙ  доцент Луиза Рәүеф ҡыҙы Сөләймәноваға бирелде. Ул Шәйехзада Бабичтың үҙ ижадын мәғрифәтселек, милли үҫеш идеялары менән һуғарған, 20-се быуат башының сәйәси тормошон яҡшы аңлап, уны үҙ ижадында сағылдырған шағир  булыуын билдәләгәс, III курс студенты Әбдрәхимова Рәсимә Шәйехзада Бабичтың “Кем өсөн?” шиғырын һөйләп ишеттерҙе.

Артабан студенттар бюст ҡуйылған башҡа шәхестәр тураһында ла һөйләнеләр. Сараны алып барыусы Әлиә Әминева башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынан беренсе булып шиғыр китаптарын донъяға сығарған бөйөк яҙыусы, киң ҡоласлы, тәрән йөкмәткеле романдарҙан торған тәүге башҡорт трилогияһын ижад иткән талантлы һүҙ оҫтаһы З. Биишеваның ижады һәм тормош юлы хаҡында һөйләһә, шул уҡ курстан Галина Алина шағирәнең “Башҡорт теле” шиғырын уҡыны.
III курс студенттары М. Мөхәмәтшина Һәҙиә Дәүләтшинаның,  Г.Сыңғыҙова Мөхәмәтша Буранғоловтың, С.Туҡтаева билдәле дәүләт эшмәкәре, сәсән, тыуған төйәгебеҙ тарихында яҡты эҙ ҡалдырыусы Шәйәхмәт Сибаевтың, Ә. Әминева  Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижады менән таныштырҙы.
Тантананың аҙағында Рәми Ғариповтың  “Туған тел” шиғырын бөтә студенттар менән бергәләп ятлау (флеш-моб) ойошторолдо. Әҙәбиәт йылына бағышланған сара уҡытыусылар һәм студенттар тарафынан мәшһүр шәхестәребеҙ бюстарына сәскәләр һалыу менән тамамланды. Уларға булған халыҡ һөйөүе түбәндәге шиғыр юлдары аша еткерелде:
Һеҙ әле лә, гүйә, юл күрһәтеп,
Ғорур баҫып, алдан барағыҙ!
Килер быуын һеҙҙән нур алырға,
Ҡояш итеп, үрелеп ҡараһын!
Һеҙ – күңелдән китмәҫ ҡурай моңо,
Онотолмаҫ изге аманат,
Ошо аманатҡа тоғро булмау, –
Һеҙгә түгел – илгә хыянат!

  

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 1998-2017
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов