Все новости

КумысBREAK

Сибай институты студенттары 28-29 июндә Баймаҡ ҡалаһында үткәрелгән “ҠымыҙBREAK” форумында ҡатнашты. Форумдың төп маҡсаты – креатив фекер йөрөткән иң әүҙем йәштәрҙе таныштырыу һәм бергә туплау ине. Форумдың етәксеһе Байрас Азаматов билдәләүенсә, бөгөн заман ауырлыҡтары, тормош һынауҙары алдында баҙап, юғалып ҡалмаған, инициативалы, алдынғы ҡарашлы, ҡыйыу фекерле йәштәр тәрбиәләү кәрәк. Сара тап шундай алдынғы йәштәрҙе берләштереүгә, уларҙың идеяларын тормошҡа ашырыуға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән ине лә.

Сара сиктәрендә  ҡунаҡтар ҡатнашлығында төрлө мастер-кластар, дискуссиялар, тренингтар, интерактив лекциялар, форсайт-сессиялар, интеллектуаль уйындар ойошторолдо. Төрлө уҡыу йорттарынан йыйылған йәштәр, биш командаға бүленеп, проекттар әҙерләне һәм эксперттарға тәҡдим итте. Сибай институтының педагогика факультеты студенттары Йәрмөхәмәтова Динара (3 б/р), Сәлихова Зәлиә (3 б/р) һәм Ҡарасурина Гөлиә (2 б/р) “Сибай институты нигеҙендә “Ҡурай” белем биреү һәм һауыҡтырыу йәйге лагерын ойоштороу” тип исемләнгән проект яҡланы. Проект ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Яҡлау барышында ҡыҙҙар һорауҙарға яуап бирҙе, эксперттарҙың кәңәштәрен тыңланы. Яҡлау һөҙөмтәләре буйынса, эксперттарҙың кәңәштәрен иҫәпкә алып, проектты артабан “Территория смыслов” форумына тәҡдим итергә тигән ҡарар сығарылды.

Сарала ҡатнашыусылар алдында тәжрибәле эшҡыуарҙар, белгестәр сығыш яһаны, республикала эшләп килгән программалар менән таныштырҙы, практик кәңштәр бирҙе.

Йәштәр киноға барып та, квест һәм башҡа интеллектуаль уйындарҙа ҡатнашып та өлгөрҙө. Сараның ҡунаҡтары Андрей Трубников ҡылыс алыштарының заманса формаһын тәҡдим итһә, Роберт Дәүләтшин дөрөҫ туҡланыу серҙәренә төшөндөрҙө, ә Айбулат Байғотлин уҡтан атыу буйынса мастер-класс күрһәтте. “Тархан” көрәшселәр төркөмөнөң сығышы ла барыһына ла бик оҡшаны. Ҡунаҡтар, сарала ҡатнашыусылар Форумдың исемендә сағылған милли эсемлегебеҙ – ҡымыҙ менән һыйланды, милли ризыҡтарыбыҙҙан ауыҙ итте. Ике көнлөк эшлекле лә, ҡыҙыҡлы ла сара баш ҡаланан килгән йәш артистар ҡатнашлығында ойошторолған күңелле концерт-дискотека менән тамамланды. Бөтә ҡатнашыусылар иҫтәлекле бүләктәр, сертификаттар менән билдәләнде, һәм иң мөһиме – тәжрибә уртаҡлашты, хәҙерге заманда нисек уңышлы кеше булыу тураһында уйланды, фекерҙәштәрен тапты.

Г.Х. Сәмерханова,

башҡорт һәм рус филологияһы

кафедраһы уҡытыусыһы

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 2008-2016
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов