Главная Все новости Сибай институтында Халыҡ - Ара ололар көнө үтте

Все новости

Сибай институтында Халыҡ - Ара ололар көнө үтте

29 сентябрь көнөндә Сибай институтында ололар көнөнә арналған ҙур сара үтте. Был сараға Сибай институтының ветерандары саҡырылды. “Ете Ырыу”, “Сармат” халыҡ бейеүҙәр ансамблдәре, Ильяс Ҡасҡынов, Салауат Ильбулов һәм Зөбәйҙә Ҡоломбәтова үҙ теләктәрен бейеүҙәр һәм йырҙар аша еткерҙеләр. Саранан һуң ветерандар байрам сәйенә йыйылды.
Һеҙҙе тағы ла бер тапҡыр байрамығыҙ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Бәхет, шатлыҡ, уңыштар heҙгә hәр саҡ юлдаш булhын!
Артта ҡалған йылдар төрлө булган,
Шатлығы ла булган, хәсрәт тә...
Беҙ теләйбеҙ һеҙгә оло бәхет,
Яҡты уйҙар, бөтмәҫ шатлыҡ та.
Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы һүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр.
Оҙон ғүмер,яҡты тыныс тормош,
Беҙҙән һеҙгә изге теләктәр!

Факультет дополнительных профессий
                     

Главная Все новости Сибай институтында Халыҡ - Ара ололар көнө үтте

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 1998-2017
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов