Главная Все новости РБ Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы депутаты Эльвира Айытҡолова Сибай ҡалаһының мәғариф хеҙмәткәрҙәре менән осрашты

Все новости

РБ Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы депутаты Эльвира Айытҡолова Сибай ҡалаһының мәғариф хеҙмәткәрҙәре менән осрашты

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы депутаты, мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эщтәре буйынса Комитет рәйесе Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова эш сәфәре менән Сибай ҡалаһына килде. Парламент Комитеты рәйесе ҡаланың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы вәкилдәре, белем биреү учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре менән осрашты һәм бер нисә эшлекле һөйләшеүҙәр уҙғарҙы. Белем биреү учреждениеһы етәкселәре, ҡаланың башҡорт теле уҡытыусылары ҡатнашлығындағы осрашыу Сибай институтының киң залында үтте. Һүҙ башлыса ҡалала башҡорт телен уҡытыу хаҡында барҙы. Мәғариф бүлеге начальнигы Ғаяз Хәсәнов әйтеүенсә, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында тыуған телдә уҡытыу эҙмә-эҙлекле алып барыла, ата-әсәләр яғынан бер ниндәй ҙә аңлашылмаған осраҡтар теркәлмәгән. Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән ғариза яҙыу мәсьәләһен беҙҙең ата-әсәләр аңлап ҡабул итте һәм был эште ойощтороу тыныс шарттарҙа үтте, тине сығыш яһаусы.Артабан педагогия колледжында, Сибай институтында башҡорт телендә уҡытыу мәсьәләләре менән ошо уҡыу йортоноң уҡытыусылары үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты. Үҙенең сығышында Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы депутаты Эльвира Ринат ҡыҙы республикала башҡорт телендә уҡытыуға бәйле килеп сыҡҡан хәлгә хоҡуҡи яҡтан аңлатма бирҙе һәм осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Сығышының һуңында Эльвира Ринат ҡыҙы йыйылыусыларҙы уҡытыусылар көнө менән тәбрикләне һәм бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы рәйесе Константан Толкачевтың Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы.


Сибай институтының матбуғат хеҙмәте
   

Главная Все новости РБ Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы депутаты Эльвира Айытҡолова Сибай ҡалаһының мәғариф хеҙмәткәрҙәре менән осрашты

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 1998-2017
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов