Главная Все новости Теле барҙың - иле бар (куратор сәғәте)

Все новости

Теле барҙың - иле бар (куратор сәғәте)

Ошо көндәрҙә Сибай институтында башҡорт һәм рус филологияһы кафедраһы уҡытыусылары тарафынан “Теле барҙың – иле бар” тип исемләнгән куратор сәғәте үткәрелде. Сараның төп маҡсаты – тел мәсьәләләренә бәйле һорауҙарға асыҡлыҡ индереү ине.
Куратор сәғәтенә саҡырылған ҡунаҡтарҙан тарих фәндәре кандидаттары Ф.М. Сөләймәнов менән А.З. Йәрмуллина тарихыбыҙың төрлө осорҙарында тел мәсьәләләренең хәл ителеше менән таныштырҙы. Адвокат А.Р. Вәлидов дәүләт тарафынан телдәрҙе һаҡлауға ниндәй гарантиялар бирелеүе тураһында һөйләне. Биология фәндәре докторы, профессор С.И. Йәнтүрин телде һаҡлау үҙ телмәреңде дөрөҫ ҡороуҙан, һүҙҙәрҙе дөрөҫ һәм урынлы ҡулланыуҙан башланыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ә Ғ.Т. Байсыуаҡов башҡорт Википедияһын төҙөү тураһында сығыш яһаны.
Сара йәнле аралашыу формаһында үтте: студенттар телдең үҫеү тарихына ҡағылған һорауҙар бирҙе, хәҙерге заман йәштәрен рухи яҡтан үҫтереү проблемаларын күтәрҙе, башҡорт Википедияһын тулыландырыу буйынса тәҡдимдәр ҙә әйтте. Бынан тыш улар йәш быуында рухи ҡиммәттәр тәрбиәләү юлдары тураһында ла уйланды һәм һәр кем үҙенең туған телен белергә, уны өйрәнергә, киләсәк быуынға еткерергә тейеш тигән фекергә килде. Халҡыбыҙҙың иң ҙур ҡиммәте телде һаҡлап ҡалыу – һәр кемдең изге бурысы.

Г.Х. Сәмерханова, филол.ф.к., башҡорт һәм рус филологияһы кафедраһы доценты
                

Главная Все новости Теле барҙың - иле бар (куратор сәғәте)

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 1998-2017
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов