Главная Все новости Республика көнөнә арналған шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте

Все новости

Республика көнөнә арналған шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте

6 октябрь педагогика факультетының башҡорт һәм рус филологияһы кафедраһы тарафынан Республика көнөнә арналған шиғыр һөйләүселәр конкурсы үткәрелде. Сараның беренсе этабы төркөмдәрҙә ойошторолдо: студенттар тәүҙә үҙ-ара ярышып, институт кимәлендәге конкурсҡа сығыштар тәҡдим итте.
Институт кимәлендәге шиғыр һөйләүселәр конкурсында бөтә факультеттарҙан да тиерлек 30 яҡын студент ҡатнашты. Бынан тыш Сибай ҡалаһының 12-се һанлы мәктәбенән дә ҡунаҡтар булды: 1-се класс уҡыусыһы Ҡужина Айгизәнең сығышы сараны йәмләне.
Конкурста ҡатнашыусылар Башҡортостан, тыуған ер, тыуған ил тарихы, тыуған яҡтың тәбиғәте тураһында шиғырҙар һөйләне. Әҫәрҙәр башҡорт телендә лә, рус телендә лә яңғыраны. Казарбаева Гөлнара, Үҙәнбаев Фәиз, Янбаева Наҙгөл һәм Йәрмөхәмәтова Динара һ.б. студенттарҙың сығыштары айырыуса көслө һәм тасуири яңғыраны. Күп кенә рус телле студенттар ҙа башҡорт телендә шиғыр һөйләне. Улар араһында педагогика факультетының 1 курс студенты Новикова Владиславаны айырым билдәләп китергә мөмкин.
Башҡорт һәм рус филологияһы кафедраһы уҡытыусыларынан торған жюри ағзалары конкурста ҡатнашыусыларҙың ныҡлы әҙерлеген, әүҙемлеген һәм сараның юғары кимәлдә үткәрелеүен билдәләне.
Һөҙөмтәләргә килгәндә, Гран-приға педагогика факультетының 1 курс студенты Үҙәнбаев Фәиз лайыҡ булды.
1 урын педагогика факультетының 1 курс студенттары Казарбаева Гөлнараға, Новикова Владиславаға, педагогика факультетының 2 курс студенты Янбаева Наҙгөлгә һәм педагогика факультетының 4 курс студенты Йәрмөхәмәтова Динараға бирелде.
2 урынға педагогика факультетының 1 курс студенттары Мусина Айгүзәл һәм Күсәрбаева Айзилә, хоҡуҡ факультетының 1 курс студенты Хазыров Данил һәм педагогика факультетының 4 курс студенты Вәлиева Гөлдәр лайыҡ булды.
3 урынды хоҡуҡ факультетының 1 курс студенты Тупицына Татьяна, шул уҡ факультеттың 2 курс студенты Гәрәйева Сабина, технология факультетының 1 курс студенты Яхина Гүзәл һәм тәбиғи-математика факультетының 2 курс студенты Юлыева Гөлфиә бүлеште.
Сараны педагогика һәм хоҡуҡ факультеттары студенттары әҙерләгән рухлы концерт номерҙары биҙәне.
Шулай итеп, шиғыр һөйләүселәр конкурсы ысын мәғәнәһендә шиғриәт байрамына әйләнде: һәр сығыш йылы ҡабул ителде, шиғри һүҙ йөрәктәргә үтеп инде.
Конкурста урын алған студенттар Республика көнөнә арналған ҡала кимәлендәге шиғырҙар бәйгеһендә көс һынашасаҡ. Уларға уңыштар һәм яңынан-яңы үрҙәр теләп ҡалабыҙ!

Г.Х. Сәмерханова, филол.ф.к., башҡорт һәм рус филологияһы кафедраһы доценты
                                                       

Главная Все новости Республика көнөнә арналған шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 1998-2017
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов