Главная Все новости Хөрмәтле уҡытыусылар, студенттар, институт хеҙмәткәрҙәре!

Все новости

Хөрмәтле уҡытыусылар, студенттар, институт хеҙмәткәрҙәре!

Һеҙҙе ысын күңелдән төп һәм иң мөһим дәүләт байрамы – Республика көнө менән ихлас ҡотлайым. Бөгөн Башҡортостан Рәсәйҙең иң ныҡлы һәм уңышлы төбәктәренән һанала. Республиканың һәр тармағында үҫеш күҙәтелә, сәнғәтте, мәҙәниәтте, фән һәм белемде арттырыуға бик күп сығымдар бүленә. Башҡорт Дәүләт Университетының Сибай институты Урал арьяғы төбәге өсөн генә түгел, тотош Башҡортостан Республикаһы өсөн йәш белгестәр әҙерләүсе заманса уҡыу йорто һанала. Бында студенттар яҡшы белем алһын өсөн барса шарттар булдырылған. Белем усағының алдынғы уҡыусыларының Федераль Йыйылыштың Дәүләт Думаһында практика үтеүе матур йолаға әүерелгән.
Хөрмәтле яҡташтар! Байрам уңайынан һәр берегеҙгә һаулыҡ, бәхет, именлек, тыныслыҡ теләйем. Башҡортостан Республикаһы Рәсәйҙең яҡты киләсәге хаҡына алдағы көндәрҙә лә сәскә атһын!

Зариф Байғусҡаров, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты


Главная Все новости Хөрмәтле уҡытыусылар, студенттар, институт хеҙмәткәрҙәре!

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 1998-2017
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов