Главная Все новости Республика көнөнә арналған шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте

Все новости

Республика көнөнә арналған шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте

12 октябрь Сибай ҡалаһының 2-се һанлы моделле китапхана филиалында Республика көнөнә арналған “Тыуған илем - Башҡортостан” шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте. Сарала БДУ-ның Сибай институты (филиалы) студенттары, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.
Шиғыр һөйләүселәр конкурсы бер нисә этаптан торҙо. Уның студенттар өсөн беренсе этабы төркөмдәрҙә ойошторолдо: студенттар тәүҙә үҙ-ара ярышып, институт кимәлендәге конкурсҡа сығыштар тәҡдим итте. Институт кимәлендәге шиғыр һөйләүселәр конкурсында бөтә факультеттарҙан да тиерлек 30 яҡын студент ҡатнашты. Бынан тыш Сибай ҡалаһының 12-се һанлы мәктәбенән дә ҡунаҡтар булды: 1-се класс уҡыусыһы Ҡужина Айгизәнең сығышы сараны йәмләне.
Аҙаҡ иң сағыу сығыштар ҡала кимәлендәге конкурсҡа тәҡдим ителде. Конкурста ҡатнашыусылар Башҡортостан, тыуған ер, тыуған ил тарихы, тыуған яҡтың тәбиғәте тураһында шиғырҙар һөйләне. Әҫәрҙәр башҡорт телендә лә, рус телендә лә яңғыраны. Казарбаева Гөлнара, Үҙәнбаев Фәиз, Янбаева Наҙгөл һәм Йәрмөхәмәтова Динара һ.б. студенттарҙың сығыштары айырыуса көслө һәм тасуири яңғыраны. Күп кенә рус телле студенттар ҙа башҡорт телендә шиғыр һөйләне. Улар араһында педагогика факультетының 1 курс студенты Новикова Владиславаны айырым билдәләп китергә мөмкин.
Ҡатнашыусыларҙың сығышын БДУ-ның Сибай институты (филиалы) уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты Г.Х. Сәмерханова, Сибай ҡалаһының Ирәндек лицей-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Г.Р. Әйүпова һәм Сибай ҡалаһының 12-се һанлы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы А.Ф. Кәбирова баһаланы. Жюри ағзалары конкурста ҡатнашыусыларҙың ныҡлы әҙерлеген, әүҙемлеген һәм сараның юғары кимәлдә үткәрелеүен билдәләне.
Һөҙөмтәләргә килгәндә, Гран-приға педагогика факультетының 1 курс студенты Үҙәнбаев Фәиз, 1 урынға педагогика факультетының 4 курс студенты Йәрмөхәмәтова Динара һәм Сибай ҡалаһының 12-се һанлы мәктәбе уҡыусыһы Ғибәҙуллина Ләйсән, 2 урынға педагогика факультетының 1 курс студенты Казарбаева Гөлнара, ә 3 урынға Новикова Владислава лайыҡ булды.
Сараны китапхана мөдире Нәзирә Фәйзрәхмән ҡыҙы Йәнбирҙина һәм Гөлшат Айбулат ҡыҙы Сафонова матур итеп алып барҙы, педагогика факультеты студенттары әҙерләгән рухлы концерт номерҙары биҙәне. Оморҙаҡова Гөлиәнең, Йәрмөхәмәтова Динараның бейеүҙәре дәрт өҫтәне, Ибәтуллина Зөлфиәнең, Үҙәнбаев Фәиздең йырҙары моңландырҙы ла, уйландырҙы ла.
Шулай итеп, шиғыр һөйләүселәр конкурсы ысын мәғәнәһендә шиғриәт байрамына әйләнде: һәр сығыш йылы ҡабул ителде, шиғри һүҙ йөрәктәргә үтеп инде.
Г.Х. Сәмерханова, филол.ф.к., БДУ-ның Сибай институты доценты
                 

Главная Все новости Республика көнөнә арналған шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 1998-2017
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов