Главная Все новости Флүр Ғәлимов “Доньяны иман ҡотҡарыр”

Все новости

Флүр Ғәлимов “Доньяны иман ҡотҡарыр”

Сибай институты студенттары Башҡортостандың халыҡ шағиры, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбаев һәм Рәсәй, Башҡортостан яҙыусылары ойошмаһы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы прозаик Флүр Ғәлимов менән осрашты.
Өфө ҡунаҡтары уҡыу йорто менән танышыуын төп корпус ихатаһында урынлашҡан шәхестәр аллеяһынан башланы. Аҙаҡ ҡунаҡтарҙың иғтибарын ете ырыуҙы кәүҙәләндергән стелла әсир итте.Ҡунаҡтар уҡыу аудиториялары, факультеттарҙы ҡарағандан һуң конференц-залға үтте. Осрашыу “Ете ырыу” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең дәртле сығышы менән башланды. Студенттар Ҡәҙим Аралбаевтың әҙәбиәт, сәнғәт, илһөйәрлек тураһынлағы бай йөкмәткеле, мәғлүмәтле, "Аҙғын тәүбәһе", "Яңы башҡорт" романдары авторы Флүр Ғәлимовтың яңы быуын башҡорто хаҡындағы сығыштарын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы, ҡунаҡтарға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, шиғырҙар уҡыны.
Урал арьяғының иң һәләтле балаларын туплаған Сибай институты өсөн талантлы, рухлы, оло йөрәкле, үҙ халҡына тоғро хеҙмәт итеүсе Ҡәҙим Аралбаев, Флүр Ғәлимовтар менән менән осрашыу үҙе бер онотолмаҫ, күркәм ваҡиға булды.

Институттың матбуғат хеҙмәте
                

Главная Все новости Флүр Ғәлимов “Доньяны иман ҡотҡарыр”

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 1998-2017
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов