Главная Все новости Уҡыу йорто Татарстан Республикаһынан килгән ҡунаҡтарҙы ҡабул итте

Все новости

Уҡыу йорто Татарстан Республикаһынан килгән ҡунаҡтарҙы ҡабул итте

Дуҫлыҡ сәфәре менән Сибайға Татарстан Республикаһынан ҡунаҡтар килде. Беҙҙең яҡташтарыбыҙ, социология фәндәре кандидаты, “Бөйөк Башҡорт иле” һәм “Башҡорт ханы” китаптары авторы, тарихсы Йәдкәр Бәширов һәм БР Яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Фирҙәүес Бәшировалар Урал аръяғының фән һәм мәҙәниәт үҙәге булған Сибай институтында булды. Әйтергә кәрәк, ҡунаҡтарҙың беҙҙең уҡыу йортона тәүге тапҡыр килеүе, шуға ла улар башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхестәренең бюстары, барельефтар, төрлө тарихи ваҡиғаларҙы сағылдырған композицияларҙы, уҡыу аудиторияларын, технология факультеты лабораторияларын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны һәм һоҡланыуҙарын белдерҙе. Ҡунаҡтарҙы айырыуса институт алдында урынлашҡан Билдәле шәхестәр аллеяһы хайран итте.
Күрше республиканан килгән мәртәбәле ҡунаҡтар менән осрашыуға уҡытыусылар, уҡыу йортоноң төрлө факультеттарында белем алыусы студенттар йыйылды. Унда һүҙ башлыса башҡорт халҡының бай тарихы, уның мәҙәниәте, сәнғәте, теле һәм киләсәге хаҡында барҙы. Йәдкәр Әхәт улы күберәге үҙе яҙған китаптары хаҡында бәйән итһә, Фирҙәүес Тимербулат ҡыҙы Татарстанда алып барған йәмәғәт эштәре хаҡыгда фекер алышты һәм үҙе яҙған шиғырҙарын уҡыны. Осрашыу “Ете ырыу”, ”Сармат” халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм йәш йырсы Зөбәйҙә Ҡоләмбәтованың моңло йыры менән тамамланды. Сарала ҡатнашыусылар ике республика араһындағы хеҙмәттәшлектең алдағы көндә лә дауам итеүенә ышаныс белдерҙе.

Институттың матбуғат хеҙмәте
                 

Главная Все новости Уҡыу йорто Татарстан Республикаһынан килгән ҡунаҡтарҙы ҡабул итте

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 1998-2017
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов