Главная Все новости Беренсе профессор Ғ.Ш.Илишевҡа арналған күргәҙмә асылды

Все новости

Беренсе профессор Ғ.Ш.Илишевҡа арналған күргәҙмә асылды

Институт китапханаһында тарих фәндәре докторы, уҡыу йортоноң беренсе профессоры Ғөбәйҙулла Шәрип улы Илишевтың тормош юлына бағышланған күргәҙмә асылды. Унда ғалимдың фәнни-педагогик эшмәкәрлеге, хәтирәләре, юбилей айҡанлы тапшырылған ҡотлауҙары, маҡтау ҡағыҙҙары менән танышырға мөмкин. Ғөбәйҙулла Шәрип улы Илишев Сибай институтына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Үҙенең “Хәтирәләр” тигән китабында ул нисек итеп Сибайға килеүе, кафедраларҙы ойоштороуы, студенттарҙы тарихҡа йәлеп итеүе хаҡында эҙмә-эҙлекле бәйән итә. Күргәҙмә 15 ноябргә тиклем эшләйәсәк. Рәхим итегеҙ!

Институттың матбуғат хеҙмәте
                  

Главная Все новости Беренсе профессор Ғ.Ш.Илишевҡа арналған күргәҙмә асылды

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 1998-2017
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов