Главная Все новости Сибай институтында билдәле сәсән, ҡобайыр оҫтаһы Абрар Арғынбаевтың хәтер кисәһе үтте

Все новости

Сибай институтында билдәле сәсән, ҡобайыр оҫтаһы Абрар Арғынбаевтың хәтер кисәһе үтте

Сәсән, скрипкасы, ҡурайсы, бейеүсе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Абрар Арғынбаев техник белемле белгес булһа ла ( оҙаҡ йылдар Сибай баҡыр-көкөрт комбинатында механик булып эшләй), башҡорт халыҡ ижадына, мәҙәниәтенә, сәнғәтенә бар ғүмерен бағышлап йәшәгән шәхес.
Хәтер кисәһенә Абрар Арғынбаевтың туғандары, класташтары, дуҫтары килде. Уҡыу йортоноң директор урынбаҫары Семен Николевич Чернов ҡунаҡтарға экскурсия ойошторҙо. Институт музейында бер мөйөш Абрар Арғынбаевтың музыка ҡоралдарын, уның эшмәкәрлеге, ғаиләһе тураһындағы мәғлүмәттәрҙе ҡомартҡы итеп һаҡлай.
Үҙенең сығышында Семен Николевич Абрар Арғынбаев тураһында бик йылы һүҙҙәр әйтте. Сибай башҡорттарының Ҡоролтайы етәксеһе Ирек Бикмәтов та Абрар Солтан улы менән бергә эшләгән йылдарҙы хәтеренә төшөрҙө һәм ошо ҡомартҡыны һаҡлаған Хәҙисә Исмәғил ҡыҙына рәхмәт һүҙҙәре әйтте.Кисәне алып барыусы журналист Рауилә Сәфәрғәли ҡыҙы Сибай телестудияһындағы Абрар Арғынбаев тураһында тапшырыуҙар циклынан өҙөк күрһәтте.Ошо ҡыҫҡа ғына сығыш аша кисәлә ҡатнашыусылар Абрар Арғынбаевтың үҙе менән күрешкәндәй булды. Кисәлә институттың "Сармат”, “Ете ырыу” һәм Йәштәр үҙәгенең “Йәнгүҙәй” фольклор ансамблдәре сығыш яһаны.

Институттың матбуғат хеҙмәте
                    

Главная Все новости Сибай институтында билдәле сәсән, ҡобайыр оҫтаһы Абрар Арғынбаевтың хәтер кисәһе үтте

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 1998-2017
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов