Главная Все новости Уҡыу йортонда ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереүгә арналған түңәрәк өҫтәл

Все новости

Уҡыу йортонда ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереүгә арналған түңәрәк өҫтәл

Башҡорт Дәүләт Университетының Сибай институтында Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Әлфәрис Сәлихйән улы Байсурин етәкселегендәге делегация Сибай институты етәкселеге, Башҡортостан Республикаһының стратегик тикшеренеүҙәр институтының Сибай ҡалаһындағы фәнни-тикшеренеү үҙәгенең ғилми хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереү темаһына арналған түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусыларҙы уҡыу йорто директоры вазифаһын башҡарыусы А.С.Вәлиев сәләмләне һәм барыһында эшлекле һөйләшеүгә саҡырҙы. Ейәнсура районы Сибай институты белгестәре менән күптәнән хеҙмәттәшлек итә.Билдәле булыуынса, районда малсылыҡ тармағы ныҡ үҫеш ала. Уның иҡтисади планын төҙөүҙә Сибай институты ғалимдары ярҙам итә.
“Әлеге осрашыуға беҙ ошо практиканы теория менән берләштереп, айырым һөҙөмтәләргә өлгәшеү маҡсаты менән килдек”,- тине хакимиәт башлығы Әлфәрис Сәлихйән улы. Ейәнсурала егәрле халыҡ йәшәй. Улар күпләп мал тота, бал ҡорто үрсетә,ҡырсылыҡ менән шөғөлләнә.Әммә һәр кем хужалығын шәхсән алып бара. Шуға ла етәкселек кәсеп итеүселәргә кооперативтарға берләшергә өндәй.Шулай иткәндә хужалыҡтарҙы үҫтереүҙә дәүләттән ярҙам алыуға, төрлө гранттарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге ҙур.
Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар ейәнсураларға аныҡ тәҡдимдәр әйтте, бизнес-план төҙөргә ярҙам күрһәтәсәктәрен белдерҙе. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһының стратегик тикшеренеүҙәр институтының Сибай ҡалаһындағы фәнни-тикшеренеү үҙәгенең ғилми хеҙмәткәрҙәре урындағы инициативаларға ярҙам итеү программаһының кооперацияны үҫтереү буйынса махсус бүлеге барлығын белдерҙе.Үҙ сиратында Сибай институты ғалимдары кооперативтарға бизнес планы төҙөүҙә, халыҡты кооперативтарға туплау буйынса киң аңлатыу эштәре алып барыуҙа ярҙам итәсәктәрен әйтте.Бындай эшлекле һөйләшеүҙәр киләсәктә лә дауам итәсәк.

Институттың матбуғат хеҙмәте
                 

Главная Все новости Уҡыу йортонда ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереүгә арналған түңәрәк өҫтәл

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 1998-2017
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов