Главная Все новости 24 ноябрь – шағирә Миңлегөл Хисмәтуллина тыуыуына 90 йыл

Все новости

24 ноябрь – шағирә Миңлегөл Хисмәтуллина тыуыуына 90 йыл

Миңлегөл Хәбибйән ҡыҙы Хисмәтуллина 1927 йылдың 24 ноябрендә Башҡортостандың Шишмә районы Ябалаҡлы ауылында тыуған. Ябалаҡлы ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, ул Дәүләкән педагогия училищеһына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын ул башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлай. Тормош иптәше хәрби кеше булғанлыҡтан, уға күп йылдар хәрби тормошта йәшәргә тура килә. Өфөгә ҡайтҡандан һуң, тәүҙә радиокомитетҡа эшкә урынлаша. Байтаҡ йылдар “Башҡортостан ҡыҙы” журналында, пенсияға киткәнсе, ҡаланың “Уфа-горремстрой” тресы ятаҡханаһында тәрбиәсе һәм китапханасы булып эшләй.
М. Хисмәтуллина студент йылдарынан уҡ яҙыша башлай. 1983 йылда Яҙыусылар союзы ағзаһы була. Уның “Бесәй китте еләккә” исемле шиғырын бөтә бәләкәстәр ҙә белә һәм яратып ятлайҙыр:
Бесәй китте еләккә,
Тырыз элеп беләккә,
Аяғында йөн ойоҡ,
Тырызының төбө юҡ.
Килеп етте еләккә,
Менеп китте тирәккә,
Тырнай-тырнай тирәкте,
Эҙләй бешкән еләкте
Еләкһеҙ тирәк икән,
Әллә бейектә микән
Үрмәләне бейеккә,
Күренмәй бер еләк тә.
М. Хисмәтуллина – “Дим тамсыһы”, “Бесәй китте еләккә”, “Ҡала ҡыҙы” һ.б китаптар авторы. Шағирә 2004 йылда вафат була.


Г.Х. Сәмерханова, филол.ф.к.,
Д.М. Йәрмөхәмәтова, педагогика факультеты студенты

Главная Все новости 24 ноябрь – шағирә Миңлегөл Хисмәтуллина тыуыуына 90 йыл

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 1998-2017
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов