Главная Все новости Үҙенсәлекле акция

Все новости

Үҙенсәлекле акция

Билдәле булыуынса, ноябрь айының һуңғы йәкшәмбеһе Әсәйҙәр көнө тип иғлан ителгән. Рәсәйҙә был көн 1998 йылдан башлап билдәләнә.
Хәҙерге заман ритмында кешеләр һәр ваҡыт ҡайҙалыр ашыға: иртән тороп эшкә, эшкә тиклем бәләкәс балаларҙы балалар баҡсаһына, юл ыңғайы ҙурыраҡтарын мәктәпкә ҡалдырып китергә, эш буйынса командировкалар, документтар, ҡағыҙҙар, ултырыштар, кәңәшмәләр, семинарҙар, вебинарҙар... Хәҙерге заман кешеһенә ваҡыт етмәй, һәр кемдең ваҡыты иҫәпле. Һәм ошо заман ритмы хөкөмөнә эләгеп, беҙ был тормошта ысынлап та мөһим булған әйберҙәр тураһында онотабыҙ – яҡындарыбыҙға иғтибар бүлеп еткермәйбеҙ. Һөҙөмтәлә яҡындарыбыҙға – туғандарыбыҙға, ата-әсәйҙәребеҙгә – иң мөһим һүҙҙәр әйтелмәй ҡала. Ул да булһа ғәфү үтенеү һәм рәхмәт һүҙҙәре.
Һәр беребеҙҙең яҡындарыбыҙҙы һаҡһыҙ әйтелгән һүҙҙәр, үҙһүҙләнеү ғәләмәтенән тыуған ҡылыҡтар менән күңелен ҡалдырғаныбыҙ барҙыр. Бала шул рәүешле йәнәһе үҙенең үҫеп етеүен белдерергә теләй, ә был ҡылыҡтар әсәй кешенең күңелен яралай. Әлбиттә, был һүҙҙәр, ҡылыҡтар уның йөрәген әрнетә, күңелен һыҙландыра, тик ул бер нимә лә өндәшмәй, тешен ҡыҫып түҙә.
Һәр ата-әсә балаһы өсөн йәшәй: уға яҡшы белем бирергә, кеше араһында кәм-хур булмаһын өсөн бөтәһен дә алып бирергә, тормош ауырлыҡтары алдында бөгөлөп төшмәһен өсөн ярҙам итергә тырыша. Әммә “Әсә күңеле балала, бала күңеле – далала” тигәндәй, беҙ уларҙың беҙҙе ҡурсалап, беҙҙең өсөн хәүефләнеп үткәргән йоҡоһоҙ төндәрен, беҙҙе көтөп, беҙҙең өсөн борсолоп үткәргән көндәрен ваҡытында баһалап еткермәйбеҙ. Ә бит тап атай-әсәй генә беҙҙе нисек бар, шулай ҡабул итә. Шуға күрә яҡындарыбыҙға ғәфү үтенеү һәм рәхмәт һүҙҙәрен ваҡытында әйтеп ҡалайыҡ! Һуңлап ҡуймайыҡ, үкенескә ҡалмаһын!
Ошо уйҙарҙан сығып, педагогика факультетының 3 курс студенттары Әсәйҙәр көнө алдынан “Әсәйҙәргә әйтер һүҙебеҙ...” тип исемләнгән үҙенсәлекле акция үткәрҙе.
Йөрәк формаһындағы бәләкәй генә открыткаларға күңел түренән сыҡҡан иң-иң мөһим һүҙҙәр теҙелде һәм, конвертҡа һалып, почта аша ебәрелде. Ни өсөн почта ашамы? Сөнки хаталарҙы таныу, улар өсөн кешенән ғәфү үтенеү бөтәһенә лә еңел генә бирелмәйҙер.
Был үҙенсәлекле акция аша беҙ яҡын кешебеҙгә бәләкәй генә булһа ла иғтибар бүлдек, рәхмәттәребеҙҙе еткерҙек. Әммә бының өсөн айырым даталар, йәғни Әсәҙәр көнөн, 8 март байрамын көтөргә кәрәкмәй. Был һүҙҙәр үҙ ваҡытында – яҡындарыбыҙ иҫән саҡта яңғырарға тейеш.

Г.Х. Сәмерханова, филол.ф.к., башҡорт һәм рус филологияһы кафедраһы доценты
                                 

Главная Все новости Үҙенсәлекле акция

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 1998-2017
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов