Главная Все новости Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналистары Сибай институтында булды

Все новости

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналистары Сибай институтында булды

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының ижади төркөмө эш сәфәре менән Сибай институтында булды. Улар уҡыу йортона ҡуйылған халыҡ яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшинаның барельефын, бюсын ҡараны, институтта белем алыусы студенттар менән аралашты. Педагогика факультетының дүртенсе курс студенткаһы Динара Йәрмөхәмәтова Һәҙиә Дәүләтшинаның тормош юлына арналған монолог менән сығыш яһаны. Билдәле булыуынса, Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арнап, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы “Башҡортостандың 100 шәхесе” тигән конкурс иғлан иткәйне. Асыҡ тауыш биреү һөҙөмтәһендә республиканың үҫешенә тос өлөш индергән йөҙ шәхес һайлап алынды һәм улар хаҡында кинофильмдар төшөрөлә башланы. Ошо исемлектә яҙыусы Һәҙиә Дәүләгшина ла бар. Әҙиптең тормошо һәм ижад юлы хаҡындағы күләмле тапшыпрыу Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналында алдағы көндәрҙә эфирға сығасаҡ.

Рәүилә Хәсәнова, матбуғат хеҙмәте етәксеһе
                   

Главная Все новости Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналистары Сибай институтында булды

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 1998-2017
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов