Главная Все новости Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты ғалимдары Баймаҡ ТВ ойошторған тура бәйләнештә ҡатнашты

Все новости

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты ғалимдары Баймаҡ ТВ ойошторған тура бәйләнештә ҡатнашты

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты Баймаҡ ТВ менән күптәнән хеҙмәттәшлек итә. Ике яҡлы килешеүгә ярашлы, “Юлдаш” радиоһы хеҙмәткәрҙәре ойошторған сираттағы тура бәйләнештә уҡыу йортоноң ғалимдары: иҡтисад фәндәре докторы Әҙәһәм Барлыбаев, биология фәндәре докторы Сәфәрғәле Йәнтүрин ҡатнашты. Ғалимдар радио тыңлаусыларға быйылғы уҡыу йылына Сибай институтына студенттар ҡабул итеү шарттары хаҡында бәйән итте. Осрашыуҙа шулай уҡ төбәктең иҡтисади, экологик торошона ла байҡау яһалды. Тапшырыуҙы “Юлдаш” радиоһы аша 9 февраль 11сәғ. 45 минутта тыңларға мөмкин.
Р.Хәсәнова, матбуғат хеҙмәте хәбәрсеһе
                 

Главная Все новости Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты ғалимдары Баймаҡ ТВ ойошторған тура бәйләнештә ҡатнашты

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 1998-2017
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов