Главная Все новости Сибай институты музейында Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы барлыҡҡа килеүҙең 100 йыллығына арналған дәрес-лекция үтте

Все новости

Сибай институты музейында Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы барлыҡҡа килеүҙең 100 йыллығына арналған дәрес-лекция үтте

Был көндәрҙә бөтә ил буйынса Рәсәй Армияһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған байрам саралары үтә. Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияның тыуған көнө 1918 йылдың 23 феврале һанала. Был хаҡта иҡтисад һәм хоҡуҡ факультеты студенттарына дәресте алып барыусы, тарих фәндәре кандидаты Фуат Мырҙағәле улы Сөләймәнов бәйән итте. Уның әйтеүе буйынса, нәҡ ошо көндә РСФСР халыҡ комиссарҙары Советының «Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы тураһында» исемле декретына ярашлы төҙөлгән Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияның доброволецтар отрядтарына күпләп яҙылыу башланған, 1918 йылдың 15 (28) ғинуарында был тарихи документҡа ҡул ҡуйылған.
1918 йылдың 15 ғинуарында РСФСР халыҡ комиссарҙары Советында «Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы тураһында» декреты баҫылып сыға һәм унда былай тиелә: ...Совет Народных Комиссаров постановляет:организовать новую армию под названием “Рабоче-Крестьянская Красная Армия” на следующих основаниях:1.Рабоче-Крестьянская Красная Армия создается из наиболее сознательных и организованных элементов трудящихся классов.2.Доступ в ее ряды открыты для всех граждан Российской Федерации не моложе 18 лет. В Красную Армию поступает каждый, кто готов отдать свои силы, свою жизнь для защиты завоеванной Октябрьской Революции и власти Советов и социализма...
Дәрестә башҡорт халҡының тарихи үткән юлына байҡау яһалды һәм уның ҡаһарманлығы хаҡында аныҡ миҫалдар килтерелде. Әйтергә кәрәк, музейҙа Рәсәй Армияһының хәрби батырлығына арналған бик бай экспонат тупланған, стенд булдырылған һәм уны файҙаланыу студенттарға дәрестең тематикаһын, йөкмәткеһен асып биреүҙә ғәйәт ҙур роль уйнаны.
Р.Хәсәнова, матбуғат хеҙмәте
                 

Главная Все новости Сибай институты музейында Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы барлыҡҡа килеүҙең 100 йыллығына арналған дәрес-лекция үтте

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 1998-2017
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов