Главная Все новости Сибай институтында Урал аръяғы төбәк йәштәре өсөн проект сессияһы үҙ эшен башланы

Все новости

Сибай институтында Урал аръяғы төбәк йәштәре өсөн проект сессияһы үҙ эшен башланы

Һуңғы ваҡытта Сибай институты Урал аръяғы йәштәренең осрашыу майҙансығына әүерелде. Күптән түгел бында йәштәрҙең инициативаларын хуплау буйынса “Айран” фестивале , “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы тарафынан ойошторолған йәштәр праймеризы үтте. Бөгөн уҡыу йорто коллективы Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил, Йылайыр, Хәйбулла райондарынан, Сибай ҡалаһынан килгән йәштәрҙе ҡабул итте. Йәштәрҙең инициативаларын хуплауға арналған һөйләшеүҙә башҡалабыҙ Өфөнән килгән ҡунаҡтар ҡатнаша. Юғары ҡунаҡтар эште уҡыу йорто менән танышыуҙан башланы. Улар уҡыу аудиторияларында булды, технология факультетының бай матди-техник базаһын, балет залын ҡараны. Йәштәрҙең оло ҡоро ике көн буйына дауам итәсәк. Өфө ҡунаҡтарын институт директоры урынбаҫары Семен Чернов оҙатып йөрөнө.

Институттың матбуғат хеҙмәте
               
               

Главная Все новости Сибай институтында Урал аръяғы төбәк йәштәре өсөн проект сессияһы үҙ эшен башланы

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 1998-2017
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов