Главная Все новости Сибай институты коллективы Әбйәлил районынан килгән уҡыусыларҙы ҡабул итте

Все новости

Сибай институты коллективы Әбйәлил районынан килгән уҡыусыларҙы ҡабул итте

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты Урал аръяғы халҡы өсөн белем, мәҙәниәт һәм фән үҙәге булып тора. Уҡыу йорто төбәк мәктәптәре менән ныҡлы бәйләнеш булдырған һәм улар менән даими хеҙмәттәшлек итә. Бөгөн белем усағы Әбйәлил районы Ҡырҙас урта мәктәбенән килгән уҡыусыларҙы ҡабул итте. Белем биреү учреждениеһында йөҙҙән ашыу бала уҡый, шуларҙың егерменән ашыуы быйылғы уҡыу йылын тамамлап, тиҙҙән ҡулдарына өлгөргәнлек аттестаты аласаҡ. Синыф етәксеһе Вәхиҙә Ихсанова әйтеүенсә, уҡыусылар бик тырыштар, мәктәптең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашалар, бөтәһенең дә белемдәрен арттырыу өсөн юғары уҡыу йортона инергә теләктәре ҙур. Экскурсия ваҡытында уҡыусылар факультеттар буйлап үтте, аудиторияларҙы, технология факультетының уҡыу лабораторияларын ҡараны, фән докторҙары уҙғарған дәрестә ҡатнашты. Сибай институтының бай матди-техник базаһы уҡыусыларҙа ҙур һоҡланыу уятты. Ҡунаҡтарҙы уҡыу йорто буйлап педагогика-психология кафедраһы мөдире, педагогика фәндәре кандидаты, доцент Гөлсәсәк Мөбәрәк ҡыҙы Сибаева оҙатып йөрөнө.

Р. Хәсәнова, матбуғат хеҙмәте
                

Главная Все новости Сибай институты коллективы Әбйәлил районынан килгән уҡыусыларҙы ҡабул итте

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 1998-2017
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов