Главная Все новости Бөтә эштәрҙең нигеҙендә проектлау ятырға тейеш

Все новости

Бөтә эштәрҙең нигеҙендә проектлау ятырға тейеш

Хәҙерге заман ритмына ярашлы йәштәр бөтә эштәрен ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә һөҙөмтәле итеп башҡарырға ынтыла. Бының өсөн интернет селтәрендәге мәғлүмәттәр, электрон документ әйләнеше һ.б. яңы технологияларҙың мөмкинлектәре киң файҙаланыла. Шулай ҙа иң мөһиме – үҙ эшеңде баштан уҡ дөрөҫ итеп ҡороу һәм ойоштороуҙыр. Тап шуның өсөн һуңғы ваҡытта йәштәр өсөн төрлө форумдар, мастер-класстар ойошторолоп тора. Беҙҙең яҡтарҙа ғына ойошторолғандары ла бихисап: Ҡымыҙбрейк, Айран, Аҫылташ һ.б. Күптән түгел Сибай институты нигеҙендә “Ғәҙелша – 2018” проекттар конкурсы булып үтте.
Сараға тәжрибәле спикерҙар, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре, төрлө кимәлдәге гранттар отоусы йәштәр һәм Урал аръяғы райондарынан ҡатнашыусылар йыйылған ине. Улар Урал аръяғы райондарынан һәм Сибай, Баймаҡ ҡалаһынан йыйылған мәктәп уҡыусылары һәм студенттарға проект әҙерләү, уның һөҙөмтәләрен планлаштырыу, сметаһын төҙөү буйынса сығыш яһаны, әҙер проекттарҙы яҡлау серҙәре менән бүлеште.
Төрлө өлкәлә проекттар төҙөү һәм яҡлау менән шөғөлләнгән, үҙҙәренең проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн гранттар отҡан йәштәр хәҙерге заманда ниндәй социаль проекттар актуаль булыуын билдәләне. Туризмды үҫтереү, экологик проблемаларҙы хәл итеү, тәрбиәүи йүнәлештә эш алып барыу буйынса проекттар ҡаралды. Уларҙы яҡлау барышында ҡатнашыусыларға практик кәңәштәр әйтелде, проекттарҙа сағылған идеяларҙы артабан ниндәй йүнәлештә үҫтереү мөмкинлектәре ҡаралды. Әйткәндәй, Сибай институтының педагогика факультеты студенты Ҡарасурина Гөлиә төркөмдәштәре менән әҙерләгән “Һүҙҙәр умартаһы” (телде өйрәнеү буйынса андроид системаһына ҡушымта) проекты менән 2 урынға лайыҡ булды. Был проект башҡорт телен еңел һәм уйын формаһында ҡыҙыҡлы итеп өйрәнеү тураһында ине.
Дөйөм алғанда, сарала хәҙерге заманда һәр эштең нигеҙендә проектлау ятырға тейеш, тигән фекер үткәрелде. Ниндәй генә эшкә тотонһаң да, уны атҡарып сығыу юлдары һәм алымдары, уның һөҙөмтәләре, сығымдар алдан уйланырға тейеш. Бындай форумдар йәштәрҙе ваҡытты дөрөҫ һәм файҙалы итеп бүлергә, шарттарҙы анализларға, һөҙөмтәле эшкә ынтылырға өйрәтә.

Г.Х. Сәмерханова, педагогика факультеты доценты

Главная Все новости Бөтә эштәрҙең нигеҙендә проектлау ятырға тейеш

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 1998-2017
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов