Главная Все новости Быйылғы студент һабантуйы Башҡортостанда иғлан ителгән Ғаилә йылына арналасаҡ

Все новости

Быйылғы студент һабантуйы Башҡортостанда иғлан ителгән Ғаилә йылына арналасаҡ

Сибай институтында студент һабантуйын уҙғарыу матур йолаға әүерелгән. Байрам быйыл да уҙғарыласаҡ һәм ул республикала иғлан ителгән Ғаилә йылына бағышланасаҡ. Бөгөн һабантуй байрамын ойоштороу мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үтте. Уны институт директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Йәлил Төхвәт улы Һөйөндөков улып барҙы. Һәр ваҡыттағыса факультетттар үҙ тирмәләрен ҡорасаҡ һәм унда башҡорт халҡының милли ризыҡтары, көнкүреше, кәсептәре, йолалары күрһәтеләсәк. Һабантуйҙың рәсми өлөшөндә сираттағы уҡыу йылында яҡшы уҡыған студенттар, тырыш хеҙмәткәрҙәр, уҡытыусылар билдәләп үтеләсәк. Һабантуйҙа шулай уҡ төрлө спорт ярыштары, уйындар ойоштороласаҡ. Сараға Сибай ҡалаһының урта махсус белем биреү учреждениеләренән , белем усаҡтарынан, күрше райондарҙан ҡунаҡтарҙың килеүе көтөлә.
               

Главная Все новости Быйылғы студент һабантуйы Башҡортостанда иғлан ителгән Ғаилә йылына арналасаҡ

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 1998-2017
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов