Главная Все новости Ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт университетының шәрҡиәт һәм башҡорт тел ғилеме кафедраһы тарафынан Төрки телдәре буйынса I Халыҡ-ара олимпиада үткәрелде

Все новости

Ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт университетының шәрҡиәт һәм башҡорт тел ғилеме кафедраһы тарафынан Төрки телдәре буйынса I Халыҡ-ара олимпиада үткәрелде

Ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт университетының шәрҡиәт һәм башҡорт тел ғилеме кафедраһы тарафынан Төрки телдәре буйынса I Халыҡ-ара олимпиада үткәрелде. Олимпиада мәктәп уҡыусылары, уртаса профессиональ белем биреү һәм юғары уҡыу йорттары өсөн айырым дистанцион форматта ойошторолдо.
Ойоштороусылар билдәләүе буйынса, сараның төп маҡсаты – уҡыусылар һәм студенттарҙың төрки телдәре буйынса белемдәрен тикшереү, халыҡ-ара фәнни һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу һәм төрки телдәрен өйрәнеүҙә тәжрибә уртаҡлашыу ине.
Олимпиадала бөтәһе 25 уҡыу йортонан 380 ашыу ҡатнашыусы белемдәрен һынай. Сарала республикабыҙҙың уҡыу йорттарынан тыш Ҡаҙағстан, Татарстан, Таулы Алтай Республикаларынан һәм Ҡырымдан ҡатнашыусылар була.
Был мәртәбәле сарала Сибай институты студенттары ла белемдәрен һынап ҡараны. Педагогика факультетының башҡорт һәм рус филологияһы кафедраһы студенттары филология фәндәре кандидаты, доцент Н.А. Ласынова етәкселегендә әҙерләнде һәм ҡатнашты. 380 ашыу ҡатнашыусы араһынан педагогика факультетының 3 курс студенттары Мәмбәтова Айгөл менән Сәғитов Илсур 3 дәрәжәләге дипломдар менән бүләкләнде.
Еңеүселәрҙе ҡотлап, уларға артабан да уңыштар һәм яңынан-яңы үрҙәр, еңеүҙәр теләйбеҙ!
Г.Х. Сәмерханова, филол.ф.к., доцент
                 

Главная Все новости Ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт университетының шәрҡиәт һәм башҡорт тел ғилеме кафедраһы тарафынан Төрки телдәре буйынса I Халыҡ-ара олимпиада үткәрелде

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 1998-2017
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов