Главная Все новости Башҡортса “һөйләшкән” ҡурсаҡтар беҙҙә ҡунаҡта!

Все новости

Башҡортса “һөйләшкән” ҡурсаҡтар беҙҙә ҡунаҡта!

Бала саҡты ҡурсаҡһыҙ, уйынсыҡтарһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Тәү ҡарамаҡҡа ғына уйынсыҡтар балаларҙы йыуатыу, алдаштырыу өсөн кәрәк һымаҡ, ә асылда иһә улар бала үҫешендә мөһим роль уйнай: аң-белем, телмәр үҫешенә ярҙам итә, үҙаллылыҡҡа, күҙәтеүсәнлеккә, тәрбиәгә өйрәтә, хатта халыҡтың рухи мираҫын да еткерә ала. Был айырыуса ҡыҙ балаларҙың ҡурсаҡ уйнауында асыҡ сағыла. Ҡыҙҙар ҡурсаҡ уйнап, уларҙы тәрбиәләп, бала бәпләргә, бишек йырҙары йырларға, сәс үрергә, кейем-һалым тегеү кеүек практик шөғөлдәргә өйрәнә. Шуға күрә ата-әсәләргә балаларҙың ниндәй уйынсыҡтар менән уйнауына иғтибар итеү үтә мөһим.
Ошо һәм башҡа бик күп ҡыҙыҡлы темалар тураһында педагогика факультеты башҡорт һәм рус филологияһы кафедраһы студенттары Лилиә Әлфир ҡыҙы Әҙелбаева менән һөйләште.
Лилиә Әҙелбаева беҙгә “Тамыр” балалар студияһының “Сәңгелдәк” тапшырыуҙары, балалар өсөн төшөрөлгән төрлө фильмдар аша таныш. Ул – тапшырыуҙарҙың сценарийҙары авторы, алып барыусы. Беҙҙең уҡыу йортонда ойошторолған осрашыуҙа иһә ул “БашТой” проектының PR-менеджеры булараҡ сығыш яһаны.
Был проект сиктәрендә Лилиә һәм Фәнзил Әҙелбаевтар ғаилә дуҫтары Винер һәм Юлиә Солтановтар менән бергә башҡорт һәм татар телдәрендә “һөйләшкән”, йырҙар, таҡмаҡтар йырлаған ҡурсаҡтар әҙерләй. Был ҡыҙыҡлы идея тураһында Фәнзил Әҙелбаев бер нисә йыл элек уйлана башлай. Ә инде ҡыҙҙары Айзель тыуғас уны тормошҡа ашырыу буйынса эш башлана.
Лилиә Әҙелбаева әйтеүенсә, уларҙың бөтә башланғыстарында балалары рухландырып тора, шуға күрә тәүге ҡурсаҡтарға Әҙелбаевтарҙың ҡыҙҙары Айзелдең һәм Солтановтарҙың ҡыҙҙары Физәлиәнең исемдәре бирелә.
Әйткәндәй, ҡурсаҡтар юғары сифатлы – улар Киров ҡалаһы “Весна” уйынсыҡтар фабрикаһында етештерелә. Ҡурсаҡтарға тауыш яҙҙырыу һәм уларҙы ҡулланыуға әҙерләү эштәре иһә тулыһынса “БашТой” проекты сиктәрендә эшләнә. Башҡортса һәм татарса һөйләшкән һәм йырлаған ҡурсаҡтар шәхси заказдар буйынса ла әҙерләнә. Уларға зауыҡлы сағыу милли кейемдәр тегелә. Әлеге ваҡытта уларҙы үҙәкләштереүле һатыуға сығарыу Өфө ҡалаһында ойошторолған. Ә беҙҙә Сибайҙа иһә уларҙы Әҙелбаевтарҙың үҙҙәренән алырға була. Тыуған көндәргә, балалар баҡсаһына – бынамын тигән шәп бүләк!
Осрашыуҙа студенттар Лилиә Әҙелбаеванан телевидениела эшләү үҙенсәлектәре, тапшырыуҙар әҙерләү серҙәре тураһында ла һорашты, ҡунағыбыҙҙың матур һәм талантлы ғаиләһе тураһында ҡыҙыҡһынды. Сарала ҡатнашыусылар хәҙерге заманда бәләкәйҙәр өсөн сыҡҡан баҫмаларҙың торошо, туған телдә йәнһүрәттәр төшөрөү буйынса ла һөйләште. Бынан тыш хәҙерге заманда ғаилә ҡиммәттәре тураһында, бәхетле һәм уңышлы булыу тураһында ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә фекер алышыуҙар булды. Студенттарға ҡунағыбыҙҙың асыҡ, алсаҡ, мәрәкәсел булыуы оҡшаны.
Туған телебеҙҙең, милләтебеҙҙең киләсәге тураһында хәстәрлекте баланың бәләкәй сағынан уҡ башлау фарыз. Шуға күрә телебеҙҙе үҫтереү, балаларға дөрөҫ тәрбиә биреүҙең башында ошондай рухлы ата-әсәләр торорға тейеш.

Г.Х. Сәмерханова, Сибай институты доценты
                

Главная Все новости Башҡортса “һөйләшкән” ҡурсаҡтар беҙҙә ҡунаҡта!

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 1998-2017
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов