Главная Все новости Сибай институты вәкилдәре III төбәк-ара “Сәсмәүерем - селтәрем” фестиваль-конкурсында ҡатнашты

Все новости

Сибай институты вәкилдәре III төбәк-ара “Сәсмәүерем - селтәрем” фестиваль-конкурсында ҡатнашты

III төбәк-ара “Сәсмәүерем - селтәрем” тип исемләнгән башҡорт милли кейем буйынса үткәрелгән фестиваль-конкурсы быйыл өсөнсө тапҡыр уҙғарылды һәм унда өс йөҙгә яҡын кеше ҡатнашты. Йөҙҙән ашыу оҫта ун ике номинация буйынса үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте. Халҡыбыҙҙың милли кейемдәре һәм затлы биҙәүестәрен киләсәккә еткереү, ҡабаттан тергеҙеү бөгөнгө заман талабы. Конкурста күрше район һәм ҡалаларҙан, хатта Ырымбур өлкәһенән оҫталар йыйылды. Фестиваль биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталарын ғына түгел, үҙешмәкәр коллективтар, ғаилә династиялары, студенттар һәм профессиональ башҡарыусыларҙы ла бергә тупланы. Сибай институты уҡытыусыһы Гөлфиә Ғаяз ҡыҙы Әлмөхәмәтова “Заманса сәхнә костюмы” номинацияһында III дәрәжәләге Дипломға лайыҡ булды.
                 

Главная Все новости Сибай институты вәкилдәре III төбәк-ара “Сәсмәүерем - селтәрем” фестиваль-конкурсында ҡатнашты

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 1998-2017
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов