Главная Все новости Сибай институты студенттары халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың «Ирәндек моңдары» йыр конкурсының Гала-концертында ҡатнашты

Все новости

Сибай институты студенттары халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың «Ирәндек моңдары» йыр конкурсының Гала-концертында ҡатнашты

Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың «Ирәндек моңдары» йыр конкурсы Сибай ҡалаһының визит карточкаһына әүерелгән. Йыр фестиваленең маҡсаты йәш, һәләтле йырсыларҙы табыу, халыҡ йырҙарын пропагандалау һәм уны киләһе быуынға тапшырыу, сит өлкәлә йәшәүсе милләттәштәребеҙ менән ижади бәйләнештәр булдырыу һ.б. Быйыл бәйге ун дүртенсе тапҡырға уҙғарылды һәм ошо йылдар эсендә ул Башҡортостандың сәнғәт донъяһына бик күп йырсылар бирҙе, яңы исемдәр асты. Сибай институты студенттары был бәйгелә бик әүҙем ҡатнаша һәм гелән маҡтаулы урындары яулай. Быйылғы конкурстың Гала-концертында Сибай институтының бейеү ансамблдәре ҡатнашты. Шулай уҡ уҡыу йорто үҙәк майҙанға үҙ тирмәһен ҡорҙо. Тирмәгә инеүсе ҡунаҡтар өсөн башҡорт халыҡ кйемдәренән, ҡул эштәренән торған бай күргәҙмә әҙерләнде.
Институттың матбуғат хеҙмәте
                

Главная Все новости Сибай институты студенттары халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың «Ирәндек моңдары» йыр конкурсының Гала-концертында ҡатнашты

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 1998-2017
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов