Главная Все новости Сибай институты студенты Зөбәйҙә Ҡоломбәтова башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың “Ирәндек моңдары” йыр бәйгеһендә III дәрәжә Дипломға лайыҡ булды

Все новости

Сибай институты студенты Зөбәйҙә Ҡоломбәтова башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың “Ирәндек моңдары” йыр бәйгеһендә III дәрәжә Дипломға лайыҡ булды

Сибай ҡалаһында башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың “Ирәндек моңдары” йыр конкурсы тамамланды.Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, Башҡортостан Республикаһы ҡалалары, райондарынан 90 яҡын профессиональ һәм үҙешмәкәр йырсы ҡатнашты. Сибай институты студенты Зөбәйҙә Ҡоломбәтова профессиональ йырсылар араһында өсөнсө дәрәжәләге Дипломға лайыҡ булды. Зөбәйҙә бәйгенең беренсе турында башҡорт халыҡ йыры “Мәҙинәкәй” менән “Төхвәт кантон” ды башҡарһа, бәйгенең икенсе турында жюри ҡарамағына халыҡ йырҙары “Сәлимәкәй” менән “Зөбәйҙә” не тәҡдим итә. Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры Фәрзәнә Фәтхулла ҡыҙы Сәғитова етәкселегендәге жюри Зөбәйҙәнең башҡарыу оҫталығын юғары баһалай. Беҙ Зөбәйҙәне ысын күңелдән ошо еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм артабанғы ижади тормошонда яңы уңыштар теләйбеҙ.
Институттың матбуғат хеҙмәте
                    

Главная Все новости Сибай институты студенты Зөбәйҙә Ҡоломбәтова башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың “Ирәндек моңдары” йыр бәйгеһендә III дәрәжә Дипломға лайыҡ булды

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 1998-2017
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов