Главная Все новости Сибай институты ғалимдары «Башҡорт әҙәбиәте классиктары әҫәрҙәре буйынса аудиокитаптар» тип аталған проекты өсөн Рәсәй Федерацияһы Президенты Грантына лайыҡ булды

Все новости

Сибай институты ғалимдары «Башҡорт әҙәбиәте классиктары әҫәрҙәре буйынса аудиокитаптар» тип аталған проекты өсөн Рәсәй Федерацияһы Президенты Грантына лайыҡ булды

gr3 gr2 gr1

Рәсәй Федерацияһы Президенты Гранты 15 яҡын йүнәлештә ҡаралған социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн билдәләнә.  Коммерция нигеҙендә эшләмәгән ойошмалар өсөн проекттар конкурсы иғлан ителгән ине һәм  уның һөҙөмтәләре билдәле булды. Бөтә ил буйынса билдәләнгән 31 ойошмаларҙан Сибай ҡалаһынан еңеп сыҡҡан ике проект араһында Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре Профсоюзы БДУ-ның Сибай институты   профсоюз ойошмаһы исеменән ебәрелгән проект та бар. «Башҡорт әҙәбиәте классиктары әҫәрҙәре буйынса аудиокитаптар» тип аталған проекттың етәксеһе – филология фәндәре кандидаты, педагогика факультетының башҡорт һәм рус филологияһы кафедраһы доценты Г.Х. Сәмерханова.

Һ. Дәүләтшина, З. Биишева, М. Кәрим, Н. Мусин һ.б. кеүек башҡорт әҙәбиәте классиктары әҫәрҙәре буйынса аудиокитаптар төҙөүҙең маҡсаты – бер яҡтан, хәҙерге заман технологиялары ярҙамында йәштәр араһында классик әҙәбиәтте пропагандалау булһа, икенсе яҡтан, күреү һәләте сикле булғандарға ярҙам итеү.

Нәйлә Ласынова, педагогика факультетының башҡорт һәм рус филологияһы кафедраһы мөдире 

Главная Все новости Сибай институты ғалимдары «Башҡорт әҙәбиәте классиктары әҫәрҙәре буйынса аудиокитаптар» тип аталған проекты өсөн Рәсәй Федерацияһы Президенты Грантына лайыҡ булды

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 1998-2017
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов