Ҡотлайбыҙ!

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты — матур осрашыуҙар урыны. Республикабыҙға киң  билдәле булған  шәхестәр, атап әйткәндә  яҙыусылар, журналистар, сәнғәт эшмәкәрҙәре менән  осрашыуҙар  уҡыу йортонда күркәм   йолаға әүерелгән.Хәйер, башҡала ҡунаҡтары үҙҙәре лә беҙгә килергә  ашҡынып тора. Улар өсөн  Сибай институты  студенттары менән аралашыу үҙе бер байрамға әүерелә, ижад өсөн көс, дәрт , илһам бирә. Быйылғы йылдың Бабич йылы булыуын иҫәпкә алып, бер көндө беҙ бер юлы Ш.Бабич исемендәге республика йәштәр премияһының ике  лауреатын-билдәле шағирә Лариса Абдуллинаны һәм  яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ. Осрашыу бик йәнле үтте, ҡунаҡтар үҙҙәренең ижады хаҡында һөйләне, студенттарҙың һорауҙарына яуап бирҙе, киләсәккә булған пландары менән уртаҡлашты. Осрашыуҙың  аҙағы хәйерле булды тиһәк тә була. Күп тә үтмәй  Айгиз Баймөхәмәтов “Шоңҡар” журналына, ә Лариса Абдуллина “Аҡбуҙат” балалар журналына баш мөхәррир итеп тәғәйенләнде. Беҙ  Сибай институтының тоғро дуҫтары — Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллинаны  һәм Айгиз  Ғиззәт улы Баймөхәмәтовты ошо вазифалары менән ысын күңелдән тәбрик итәбеҙ һәм  үҙ-ара хеҙмәттәшлектең артабан да уңышлы булыуын теләйбеҙ.

Привет, Винер!