Һәләтле студенттарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!

Ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт университетында йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан, фәнни эш менән шөғөлләнгән уҡыу алдынғылары тәбрикләнде. Рәсәй Президенты, Рәсәй Хөкүмәте, Башҡортостан Башлығы стипендияһын алыусылар, Ж. Кейекбаев, Р. Бикбаев һ.б. исемле стипендияларға лайыҡ булыусылар билдәләнде. Был мәртәбәле сарала Сибай институты студенттары ла ҡатнашты. Педагогика факультетының 5-се курс студенты Ҡолдәүләтова Лилиә Башҡортостан Башлығы стипендияһына, технология факультетының 4-се курс студенты Сибәғәтуллин Айгиз Рәсәй Хөкүмәте стипендияһына лайыҡ булды.
Стипендияны БДУ ректоры Н.Д. Морозкин һәм Башҡортостан мәғариф министры А. В. Хажин тапшырҙы. Афарин, Лилиә! Афарин, Айгиз!

Привет, Винер!