14 декабрь – Башҡорт теле көнө

Бөгөн, 14 декабрь, Башҡорт теле көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Сибай институтының педагогика факультеты студенттары башҡорт теленең бөгөнгө торошо, уны үҫтереү һәм популярлаштырыу юлдары тураһында фекер алышты. Йәштәр һуңғы йылдарҙа башҡорт теленә иғтибар артһа ла, уны уҡытыу, үҙенсәлектәрен аңлатыу буйынса яңы методика кәрәклеген билдәләне. Башҡорт телендә заманса эшләнгән контент булдырыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Сараның барышында педагогика факультетын тамамлаған, хәҙер инде үҙе балаларға тел серҙәрен өйрәтеүсе Әлиә Ишдәүләтова үҙенең “Селтәр йыя Әминә” исемле уйын проектын тәҡдим итте. Был иһә туған телгә һөйөүҙе бала күңеленә бәләкәйҙән һеңдерергә кәрәк тигән фекергә ҡеүәт булды. Әминә Риза ҡыҙы балалар баҡсаһына, бәләкәй аудиторияға тәғәйенләнгән уйын проекттары буйынса үҙенең уй-ниәттәре, идеялары менән бүлеште.
Телгә һөйөү тәрбиәләү, ысынлап та, бәләкәйҙән башланырға һәм артабан эҙмә-эҙлекле, маҡсатлы үҫтерелергә тейеш. Туған телде һаҡлау, уны киләсәк быуындарға бар байлығында, бар матурлығында еткереү бурысы һәр кемебеҙҙең иңенә берҙәй тигеҙ бүлеп һалынған. Шуны онотмаһаҡ ине, сөнки мәҡәлдә әйтелгәнсә, туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡына ҡәҙерле булыр!

Г.Х. Сәмерханова, педагогика факультеты доценты

 

Привет, Винер!