Аҡ юл һеҙгә, беренсе курс студенттары!

Яңы уҡыу йылы башланды һәм Сибай ннституты яңы студенттар менән тулыланды. Беренсе курсҡа айырыуса Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Йылайыр, Бөрйән районынан уҡыусылар килде. Белем көнөндә уларҙы факультет декандары, тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫарҙары, уҡытыусылар ҡаршы алды. Аҙаҡ һәр факультетта  байрамға арналған тантана үтте. Сығыш яһаусылар беренселәрҙе яңы уҡыу йылы менән тәбрикләне һәм Сибай институтында белем биреү системаһы, тәрбиәүи эштең ойошторолоуы хаҡында һөйләне. Айырыуса иғтибар коронавирустан һаҡланыу, үҙ-үҙеңде һаҡлау, ҡурсалау  сараларына  бирелде. Студенттар алдында директор вазифаһын башҡарыусы Инна Алексеевна Ситнова,  директорҙың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары  Семен Николаевич Чернов сығыш яһаны. Осрашыу һуңынан уҡыу йорто буйынса экскурсия ойошторолдо. Шулай итеп, аҡ юл һеҙгә, беренселәр!

Привет, Винер!