Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау — уҡыу йортоноң төп йүнәлештәренең береһе

15  май бөтә ил буйынса Ғаилә көнө билдәләнә. Сибай институтында  ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, йәш быуынды халҡыбыҙҙың күркәм традициялары нигеҙендә тәрбиәләү төп урынды биләп тора. Был эш  байрам алды көндәрендә генә түгел, бөтә  уҡыу йылы буйына дауам итә. Институтта  даими рәүештә студенттар менән асыҡ дәрестәр, түңәрәк өҫтәлдәр үткәрелә, тест һорауҙарына яуап бирелә. Бынан тыш йыл һайын  һәр факультетта, шулай уҡ уҡыу йортоноң ҙур залында  институтта эшләгән ғаиләләр менән осрашыу күркәм йолаға әүерелгән. Ғаилә ҡорған студенттарҙы социаль яҡтан яҡлау  йәһәтенән дә эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Улар  өсөн  айырым   дөйөм ятаҡ булдырылған һәм унда бөтөн шарттар тыуҙырылған. Институттың барса матур ғаиләләрен бөгөнгө Ғаилә көнө менән тәбрикләп, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Йортобоҙ имен, күктәребеҙ аяҙ булһын!