Алтын юбилейығыҙ менән!

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты коллективы биология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Сәфәрғәле Искәндәр улы һәм Вилүрә Зиннәт ҡыҙын алтын юбилейҙары  менән ысын күңелдән тәбрик итә һәм алдағы тормоштарында  ныҡлы һаулыҡ, күңел күтәренкелеге, донъя именлеге теләй.

Йәнтүриндәр ғаиләһе Сибай ҡалаһында ғына түгел, Башҡортостанда, хатта сит илдәрҙә лә яҡшы билдәле. Аҡыллы, белемле, тәрбиәле балалар үҫтереп милләтебеҙҙең данын арттырған танылған шәхестәр улар. Сәфәрғәле Искәндәр улы Сибай институтын булдырыуҙа, уның данын арттырыуҙа күп көс һалған ғалимдарҙың береһе.Уның  атайҙарса  хәстәрлеге арҡаһында күпме  студент  Урал аръяғының күркәм уҡыу йортонда белем, тәрбиә алып, бөгөнгө көндә  илебеҙҙең төрлө өлкәһендә уңышлы хеҙмәт итә. Ябай, игелекле, изгелекле булғаны өсөн студенттар уны ярата,хөрмәт итә.Сәфәрғәле Искәндәр улының ғилми етәкселегендә тиҫтәгә яҡын уҡыусы  фән кандидатлығына диссертация яҡланы. Улар Вилүрә Зиннәт ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләп, уларға матур  тәрбиә биргәндәр. Улдары Урал һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә  хеҙмәт итһә, Сибай институтын тамамлаған Гөлнәзирә, Айһылыу ҡыҙҙары ла тормошта үҙ урындарын тапҡан. Ошо көндәрҙә Сәфәрғәле Искәндәр улының яңы китабы донъя күрҙе. Ул ғаиләнең ғүмер байрамына матур бүләк булды. Йәнтүриндәрҙең татыу ғаиләһенә алдағы көндәрҙә лә именлек-һаулыҡ,ҡыуаныстар теләйбеҙ.