Аудиокитаптар яҙҙырыу буйынса эштәр ҡыҙыу бара!

Билдәле булыуынса, Сибай институтының бер төркөм филолог-ғалимдары тарафынан әҙерләнгән «Башҡорт әҙәбиәте классиктары әҫәрҙәре буйынса аудиокитаптар яҙҙырыу» тип исемләнгән проект Ил Президенты Грантына лайыҡ булды. Проекттың төп маҡсаты – башҡорт әҙәбиәтен популярлаштырыу, йәштәр, күреү һәләте сикле булған йәки бөтөнләй тома һуҡыр кешеләргә башҡорт әҙәбиәте өлгөләренең йөкмәткеһен үҙләштереүҙе һәм өйрәнеүҙе еңелләштереү. Әлеге ваҡытта, институтта проектты тормошҡа ашырыу буйынса ҡыҙыу эштәр алып барыла. Башҡорт әҙәбиәте классиктарының әҫәрҙәре буйынса аудиокитаптар яҙҙырыу өсөн Санкт-Петербург ҡалаһынан кәрәкле тауыш яҙҙырыу ҡорамалдары һатып алынған, махсус бүлмә йыһазландырылған.

Башҡорт шағирҙары һәм яҙыусыларының әҫәрҙәрен тасуири уҡыу өсөн ҡалабыҙҙың А. Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт театры артистары, Сибай институты уҡытыусылары, төрлө шиғыр һөйләү конкурстарында еңеү яулаған һәләтле студенттар йәлеп ителә.

Әлеге ваҡытҡа Башҡортостан Республикаһының халыҡ артистары Зифа Ғаяз ҡыҙы Баязитова һәм Риф Ғәле улы Сәйфуллин,  Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артистары Әлфирә Фәйзрахман ҡыҙы Йосопова һәм Юнир Шәкүр улы Ғәйнуллин, институттың пресса бүлеге етәксеһе Рәүилә Сәфәрғәле ҡыҙы Хәсәнова һәм педагогика факультеты уҡытыусылары һәм студенттары тарафынан 40 яҡын әҫәр уҡып яҙҙыртылған.

Аудиокитаптар яҙҙырыу эшендә шулай уҡ педагогика факультетының  4 курс студенттары – Илсур Сәғитов, Ғәзинур Ғәйнуллин һәм Хәсән Солтанғужин әүҙем ҡатнаша. Егеттәр тауыш яҙҙырыу ҡорамалдары менән эшләү серҙәренә төшөнөп, хәҙер инде тулыһынса үҙ аллы эш алып бара.

Ҡыҙыҡлы һәм файҙалы был социаль проектты тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашырға теләүселәрҙе шулай уҡ институттың төп корпусында көтөп ҡалабыҙ!

 

Г. Х. Сәмерханова, проекттың етәксеһе