Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың тыуған көнө

Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы Игебаев Баймаҡ районының Күсей ауылында донъяға килә.Йәшләй етем ҡалып, балалар йортонда тәрбиәләнә.Темәс педагогия училищеһын тамамлай, Башҡорт дәүләт педагогия  институтында уҡый. “Ҡыҙыл таң”, “Башҡортостан”газеталарында, “Ағиҙел” журналында эшләй. Абдулхаҡ Игебаев  Башҡортостандың, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған  мәҙәниәт хеҙмәткәре,  Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.Баймаҡ районының  почетлы гражданины, Батыр Вәлид исемендәге премияның тәүге лауреаты.Уның “Оран һала Ер-Әсә” поэмаһы рус, украин,  татар, ҡаҙаҡ,  үзбәк, яҡут  һәм  башҡа телдәргә тәржемә ителгән. Шағирҙың  “Тыуған ер”, “Ирәндек бөркөтө”,  “Урал тауышы”,  “Һағына белә икән таштар ҙа”,  “Гөлдәр һиберҙәй булам”, “Һайланма әҫәрҙәр”, “Елеп бара ғүмер йомғағы” кеүек  шиғри йыйынтыҡтарын уҡыусылар йылы ҡабул итте. Сибай институты китапханаһында ла  Абдулхаҡ Игебаевтың бихисап китаптары һаҡлана, студенттар уларҙы  ихлас уҡый,  шиғырҙары менән төрлө бәйгеләрҙә, осрашыуҙарҙа  ҡатнаша. Ошо көндәрҙә юбилярҙың ижадына арналған күргәҙмә эшләй башланы.

Привет, Винер!