«Бабич  вариҫтары», һеҙ кемдәр?

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы быйыл Башҡортостанда Башҡорт теле йылы иғлан итте. Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, быйыл шулай уҡ шағир Шайехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл билдәләнәсәк.
Ошо уңайҙан Башҡортостан Яҙыусылар союзы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә Сибай институты базаһында «Бабич вариҫтары» семинар-конкурсын иғлан итә. Асыҡ конкурста Баймаҡ, Әбйәлил, Ейәнсура, Хәйбулла, Учалы районы, Сибай ҡалаһы йәштәре, мәктәп уҡыусылары, студенттар ҡатнаша ала. Рәхим итегеҙ, йәш ҡәләмдәштәр!
Сибай институты директоры вазифаһын башҡарыусы Азат Вәлиев бөгөн вузда уҡыған йәштәр менән Шайехзада Бабичтың ижады хаҡында фекер алышып, уҡыу йорто алдында фотоға төштө.

Автор: Лариса Абдуллина

Оцените материал!
Like
Love
Haha
Wow
Sad
Angry