Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында быйылдан башлап “Арғымаҡ” тип аталған төҙөлөш отряды эшләй

“Технология” факультетының икенсе курсын тамамлаған дүрт студентты берләштергән отрядта әүҙем һәм тырыш егеттәр каникул ваҡытында үҙҙәре белем алған уҡыу йортона һәм йәшәгән ятаҡтарына ярҙам итә. Улар уҡыу йортоноң төрлө корпусында төҙөкләндереү, ремонт эштәрен башҡара, юлдарға таш түшәй, йөҙләй, биҙәкләй.
Бар яҡлап үҙ эшенең оҫтаһы Шәрифйән Әфләтунов егеттәргә яр­ҙам итә, кәңәштәрен бирә. Бөгөн төҙөлөш отрядында эшләгәндәрҙең барыһы ла етмештән ашыу һөнәргә эйә тиһәк, һис тә арттырыу булмаҫ. Факультеттың иң шәп студенттары ғына түгел улар, оҫта бейеүсе, йыр-моңға дәртле, ҡул эшенә маһир, бар яҡлап талантлы башҡорт егеттәре лә! Кәрәк икән, сәхнәләрҙе дер һелкетеп бейегән, спортта алдынғылыҡты бирмәгән, белем алыуҙа үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәткән Рифат Ҡолмөхәмәтов (Баймаҡ районы), Илсаф Ғәзизов (Әбйәлил), Айса Байғалин (Баймаҡ) һәм Фәнис Алғошаевтар (Йылайыр) төҙөлөш отрядында ла һынатмай. Ике ҡуянды бер юлы атып ала улар, хеҙмәт практикаһы ла үтәләр. Әйткәндәй, быйыл “Берҙәм Рәсәй” партияһы башланғысы менән республикала студенттарҙың төҙөлөш отрядтары тергеҙелде. Уҡыу йортоноң төҙөлөш отряды командиры Ғайса Хәсәнов бел­дереүенсә, егеттәр, ниндәй эш баш­ҡарыуҙарына ҡарамаҫтан, биреш­мәй, тырышып эшләй. Физик эштән ҡурҡып тормайҙар, барыһының да ауыл ерендә тыуып үҫеүе лә ярҙам итәлер. Быйыл йәй эшләргә теләк белдереүселәр бик аҙ булған, киләһе уҡыу йылынан был эште иртәрәк башларбыҙ һәм төҙөлөш отрядтарында эшләргә теләк бел­дергән студенттарҙың һаны икеләтә артыр, тип ышанабыҙ, ти ул.
Студент отрядында хеҙмәт итеүҙең тағы бер әһәмиәтле яғы бар – аҡса эшләү. Студенттар менән килешеү төҙөлгән, уларға эш хаҡы түләнәсәк. Көн һайын төҙөлөш отрядында эшләүселәргә төшкө аш ҡаралған. Иң мөһиме – студенттар үҙҙәрен хеҙмәттә һынап ҡарай, ә хеҙмәт сынығыуы алған кеше тормошта ышаныслыраҡ аҙымдар менән атлай, ҡаршылыҡтарға бирешмәй. Икенсенән, эш менән мәшғүл йәштәрҙең насар уйҙарға, алама шөғөлдәргә ваҡыты ла, теләге лә булмай. Өсөнсөнән, аҡса бер ваҡытта ла артыҡ түгел: үҙ көсөң менән тир түгеп алған эш хаҡы бәрәкәтле лә, ҡотло ла була.

– Үҙебеҙ белем алған уҡыу йортонда бер аҙ эшләп алғас, тыуған ауылдарыбыҙға ҡайтырға иҫәп, атай-әсәйҙәребеҙгә бесән эшләргә ярҙам итергә кәрәк, – тип йылмая егеттәр. – “Арғымаҡ”тар бирешмәй, һәр эштә өлгөр, тырыш һәм әүҙем!

Бер-береһенә ҡарата иғтибарлылыҡ, тәртип, яуаплылыҡ, эшһөйәрлек һәм иң мөһиме – маҡсат ҡуя белеү сифаттарына эйә булырға ярҙам иткән төҙөлөш отрядтарында хеҙмәт сынығыуы алған Рифат, Фәнис, Айса һәм Илсафтың дуҫлыҡтары киләсәктә лә йәшлектәренең иң матур хәтирәһе булып күңелдәрендә мәңге һаҡланһын!

Кәримә УСМАНОВА. «Башҡортостан» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе

Привет, Винер!