«Башҡортостан ҡыҙы» журналы ойошторған конкурс еңеүселәре араһында Сибай институты студенттары ла бар

Башҡалабыҙ Өфөлә «Башҡортостан ҡыҙы» журналы ойошторған конкурс  еңеүселәре билдәләнде. Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул, йән биреүсе, йәм биреүсе Ватанға! «Башҡортостан ҡыҙы» журналы ойошторған конкурс еңеүселәре  ошондай исем аҫтында уҙған кисәлә осрашты. Республика ҡала-райондарынан һәм сит төбәктәрҙән килгән лауреаттар, билдәле сәхнә оҫталары ҡатнашлығындағы кисә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында үтте.  Еңеүселәр төрлө номинацияларҙа  билдәләнде. «Әсә йөрәге» конкурсында Сибай институты  студенттары   Данир Ишбаев  «Йөрәгемде  асам»,  Гөлнара Ҡазарбаева  « Иң яҡшы режиссер эше һәм артист һәләте», Элина Баҙарғолова  «Иң яҡшы видеосюжет авторы»  исемле номинацияларҙа  иң яҡшыһы тип табылды. Еңеүселәргә Дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Оцените материал!
Like
Love
Haha
Wow
Sad
Angry