Еңеүҙең 75 йыллығына һәм Башҡорт теле йылына арналған «VI Биишева уҡыуҙары»

Башҡортостан Республикаһында башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеүҙең, уҡытыуҙың заманса проблемалары» республика ғилми-ғәмәли конференцияһы быйыл Стәрлетамаҡта була.
Сара 16 апрелдә Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында уҙғарыла. Конференцияны ойоштороусы – филиалдың башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты.
Конференция программаһында: башҡорт халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның ижады, туған телде һәм әҙәбиәтте өйрәнеүҙең, уҡытыуҙың көнүҙәк проблемалары буйынса сығыштар; асыҡ микрофон; уҡытыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре; мәктәп уҡыусылары араһында ижади эштәр еңеүселәрен бүләкләү, сертификаттар тапшырыу.
10-11-се класс уҡыусылары өсөн еңеүсе һәм призер дипломдары Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалына уҡырға ингәндә шәхси ҡаҙаныш булараҡ иҫәпләнә.
Конференцияның телдәре: рус, башҡорт, татар, сыуаш. Сара материалдарынан йыйынтыҡ сығарыу күҙаллана. Уларҙы 10 мартҡа тиклем «Биишева уҡыуҙары» тигән билдә менән konf_bf@mail.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк.

Привет, Винер!